Акцияның төп маҡсаты-юлда балаларҙың хәүефһеҙлеге, шулай уҡ балаларҙың юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү. Был осорҙа балаларҙы транспортта йөрөтөүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Мәғариф органдары менән берлектә тематик акциялар, иҫкәртеү әңгәмәләре, конкурстар планлаштырылған. Балаларҙың урамда булыуҙарын мөмкин тиклем хәүефһеҙ итеү өсөн, юл-патруль хеҙмәте экипаждары балаларҙың күпләп йыйылған урындарына яҡын буласаҡ. Шулай уҡ балаларҙы тәрбиәләүҙә ата-әсәләрҙең ролен дә билдәләп үтергә кәрәк, сөнки тап ата-әсәләр юл хәрәкәтендә законды хөрмәт иткән юл хәрәкәте ҡатнашыусыларына өлгө булып тора.
Хөрмәтле ата-әсәләр!
Статистика күрһәтеүенсә, йылы яҙғы көндәр башланғас, балаларҙың юл-транспорт травматизмы көсәйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар йыш ҡына өлкәндәрҙең тейешле ҡарауынан мәхрүм ҡала. Балалар ҡайһы берҙә теге йәки был юл ситуацияһында нисек эш итергә кәрәклеген һәм хәүеф-хәтәрҙән нисек ҡасырға кәрәклеген онота.
Балаға юлды бының өсөн тәғәйенләнгән урындарҙа ғына – йәйәүлеләр үткәүелдәре буйлап һәм светофорҙың йәшел сигналына ғына үтергә кәрәклеген иҫкәртеү зарур. Балаларҙы урамда ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға юл эргәһендә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Ихата биләмәләрендә бик иғтибарлы булырға кәрәк, подъездан, арканан, гараж йәки машина артынан ҡапыл йүгереп сығырға, автомобилдәр артына йәшеренергә ярамай.
Балағыҙҙы велосипедта йөрөргә сығарғанда, велосипедсылар юл аша йәйәүлеләр үткәүеле аша ғына үтергә тейешлеген иҫтәренә төшөрөгөҙ! Һәм йәйәүләп кенә! Тимәк, велосипедҡа атланып түгел, ә эргәһендә йөрөтөп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, велосипедсыларҙың күбеһе йә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәй, йә уларҙы үтәмәй, сөнки күпселек осраҡта автомобилдәр тап велосипедтан төшмәйенсә барыусыларға бәрелә.
Көн һайын балалар менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатлағыҙ, балаға ҡайҙа һәм нисек машина аҫтына эләгеү хәүефе булған урындарҙы күрһәтегеҙ! Балалар өлкәндәрҙең тәртибен ҡабатлай. Был хаҡта иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм үҙегеҙ бер ҡасан да юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ.