Был сара Уҡытыусы һәм остаз йылына, Башҡортостандағы Кесе ватан өсөн файҙалы ғәмәлдәр йылына һәм Салауат ҡалаһының 75 йыллығына арналды.
16 мартта үткән конкурста райондың «Шатлыҡ» өлгөлө хореография ансамбле Гала-концертҡа һайлап алынды. 44 бейеүҙән тик 10 номер был бәхеткә иреште.
Бик көслө бейеү коллективтары ҡатнаша. Шуға күрә лә беҙҙең малайҙар һәм ҡыҙҙар һөҙөмтәне ныҡ тулҡынланып көтә.
Фестивалдә ансамблдең төп төркөмөндә шөғөлләнеүселәр «Һабантуйҙа» тигән татар бейеүе менән сығыш яһай.
Әҙерләнеүҙәр, тулҡынланыуҙар бушҡа китмәне - «Шатлыҡ»тар 17 мартта үткән Гала-концертта 1-се дәрәжә лауреат булдылар. Афарин!
Альбина Йәлилованың тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең кимәлен аҡланылар. Был - етәксенең тәжрибәһе, оҫталығы, балаларҙа бейеүгә яратыу тәрбиәләй ала белеүе менән балаларҙың ныҡышмалығы, тырышлығы емеше.