Рух
+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы эштәр йылы
10 Марта 2023, 16:37

ТӨРӨМБӘТТӘ ЯҢЫ ФЕЛЬДШЕР-АКУШЕР ПУНКТЫ БУЛАСАҠ

Был эш «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. миллипроек#тнацпроекты#Аурагазинскийрайон

ТӨРӨМБӘТТӘ ЯҢЫ ФЕЛЬДШЕР-АКУШЕР ПУНКТЫ БУЛАСАҠТӨРӨМБӘТТӘ ЯҢЫ ФЕЛЬДШЕР-АКУШЕР ПУНКТЫ БУЛАСАҠ
ТӨРӨМБӘТТӘ ЯҢЫ ФЕЛЬДШЕР-АКУШЕР ПУНКТЫ БУЛАСАҠ

Әлеге ваҡытта төҙөүселәр иҫке бинаны һүтә, киләһе төҙөлөш өсөн майҙан әҙерләй.

Һуңынан нигеҙ өсөн свайҙар урынлаштырыласаҡ.

 «Был һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда төҙөлгән модульле ФАП-тарҙың алтынсыһы. Яңы бинаның үҙ йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы буласаҡ. Ауыл халҡына ярҙам күрһәтеү өсөн мотлаҡ кәрәкле бөтә медицина ҡорамалдары ла килтереләсәк. Фельдшер-акушер пункты өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла ҡабул итәсәк. Был – барлығы 424 кеше», — ти Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуков.

Беренсел медицина-санитария ярҙамы системаһын үҫтереү - «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының йүнәлештәренең береһе. Уның буйынса ФАП-тар һәм күсмә(мобиль) медицина комплекстары төҙөлә, йыл һайын профилактика маҡсатында медицина тикшеренеүҙәре ойошторола.

РФ президенты Владимир Путин башланғысы менән милли проекттар 2019 йылда старт алды.

(Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас