Рух
0 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
28 Февраля 2023, 10:46

"Родина" кинотатрында «Нюрнберг» нәфис фильмы күрһәтеләсәк

2 мартта Өфөләге "Родина" кинотеатрында яңы фильм күрһәтелә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Родина" кинотатрында «Нюрнберг» нәфис фильмы күрһәтеләсәк"Родина" кинотатрында «Нюрнберг» нәфис фильмы күрһәтеләсәк
"Родина" кинотатрында «Нюрнберг» нәфис фильмы күрһәтеләсәк

2023 йылдың 23 февралендә ил кинотеатрҙарында Рәсәй тарихи йәмғиәте ярҙамында төшөрөлгән «Нюрнберг» тулы метражлы нәфис картинаһының премьераһы булды.

«Нюрнберг» кинокартинаһы - 1945-1946 йылдарҙағы халыҡ-ара хәрби трибунал тураһында беренсе уйын фильмы. Фильм Икенсе донъя һуғышы йылдарында СССР-ҙың фашизмды тар-мар итеүгә индергән өлөшө тураһында дөрөҫ тарихи мәғлүмәтте популярлаштырыу өсөн мөһим ҡорал буласаҡ.

Фильмды Рәсәй тарихи йәмғиәте ярҙамында режиссер Николай Лебедев («Экипаж», «Легенда 17») төшөргән. Сценарий Александр Звягинцевтың «На веки вечные»китабына нигеҙләнгән.

 Проект РФ Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған. Фильм Прагала, Калининградта, Калугала, Мәскәүҙә төшөрөлә. Уның өҫтөндә Рәсәй, Чехия, Германия, АҠШ, Сербия, Грузия, Дания илдәренән интернациональ команда эшләгән.

1945 йыл. Нюрнбергта халыҡ-ара хәрби трибунал эшләй башлай. Һуңынан «Быуат процесы» тип аталасаҡ судҡа бөтә донъянан бик күп кешеләр йыйыла. Ҡала процеста ҡатнашыусылар һәм журналистар менән тулы. Нюрнбергҡа килеүселәр араһында совет делегацияһы составында бер нисә сит телде белгән капитан Волгин да бар. Ул әле йәш, әммә һуғышты үткән. Бер ваҡыт Игорь ҡала урамында рус ҡыҙы Ленаны осрата. Уларҙың тойғоһо күп һынауҙар аша үтәсәк, әммә мөхәббәт — ул бөтә замандарҙа ла донъяны ҡотҡарыусы берҙән-бер сара.

Фильмда Сергей Кемпо, Любовь Аксенова, Сергей Безруков, Карстен Норгаард, Евгений Миронов, Алексей Бардуков, Игорь Петренко, Вольфганг Черни һәм башҡа актерҙар ҡатнаша.

Сығанаҡ: culture.bashkortostan.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас