Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Февраль 2023, 23:53

ИКЕ АЛТЫН МИҘАЛ АЛЫП ҠАЙТТЫЛАР

Милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселегенә ярышта Түрһәгәҙе егеттәре ҙур еңеүгә өлгәште.

ИКЕ АЛТЫН МИҘАЛ АЛЫП ҠАЙТТЫЛАР
ИКЕ АЛТЫН МИҘАЛ АЛЫП ҠАЙТТЫЛАР

17 - 19 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегенә ярыштар үтте. «Стәрлетамаҡ-Арена» спорт һарайында  2005-2006, 2007-2008, 2009-2010 йылғы 350 йәш көрәшсе йыйылды.

Республиканың ҡала һәм райондарынан килгән 32 команданың һәр береһе етеҙлеге, таһыллығы менән айырылып торҙо.

 

Көсөргәнешле ярышта еңеүселәрҙең иң-иңдәрен Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашасаҡ йыйылма командаға һайлап алдылар.

Ауырғазы егеттәре лә һынатманы. Түрһәгәҙе ауылынан Нурислам Сатлыҡов менән Эльвир Иҙрисов үҙҙәренең йәш һәм ауырлыҡ категорияларында бил бирмәне һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Был спортсылар көрәш буйынса Ҡаҙан ҡалаһында үткәреләсәк Рәсәй беренселегенә барып, республика данын яҡлаясаҡ. Афарин, егеттәр!

 

Түрһәгәҙенән шулай уҡ Искәндәр Сатлыҡов  өсөнсө урынға сыҡты. Ауырғазыларҙан Байрас Назаров менән Арыҫлан Исхаҡов та бронза менән бүләкләнде. Йәш көрәшселәрҙең тренеры – Булат Ильясов, уның тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге ярыштарҙа һынатмайҙар, һәр саҡ урындар яулауға өлгәшәләр.  Алдағы турнирҙарҙа ла уңыштар, еңеү теләйбеҙ!.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: