Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Февраль 2023, 17:55

ҮҘӘК РАЙОН ДАУАХАНАҺЫНДА ЯҢЫ ҠОРАМАЛДАР

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Талбазы үҙәк район дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегенә яңы үпкәне яһалма елләтеү аппараты – (ИВЛ) – Авента М ҡайтарылды. #толбазинскаябольница #аургазинскийрайон #мзрб #минздраврб #нацпроектздравоохранение #нацпроектРБ #нацпроект #НацпроектЗдравоохранение02

ҮҘӘК РАЙОН ДАУАХАНАҺЫНДА ЯҢЫ ҠОРАМАЛДАР
ҮҘӘК РАЙОН ДАУАХАНАҺЫНДА ЯҢЫ ҠОРАМАЛДАР

Үпкәне яһалма елләтеү аппараты пациенттарға респиратор ярҙам кәрәк булғанда, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһын дауалағанда ла ҡулланыла. Был ҡорамалдар автономиялы режимда эшләй ала, сөнки уның аккумуляторы бар. Төҫлө сенсор дисплейында ҡатнашмалар биреүҙең бөтә процестарын контролдә тоторға мөмкинлек биргән һәм реаль ваҡыт режимында углекислый газ миҡдарын, гемоглобинды кислород менән туйындырыу мөмкинлеген биргән бөтә цифрлы параметрҙар һәм графиктар сағылдырыла.

Анестезиология һәм реанимация бүлеге һәр дауахана өсөн иң мөһим подразделениеларҙың береһе булып тора, сөнки тап унда үтә ауыр һәм ауыр хәлдәге, етди патологиялы пациенттарға интенсив медицина ярҙамы күрһәтелә..

Был заманса ҡорамал медицина персоналының эшен күпкә еңеләйтә һәм ярҙамдың сифатын арттырыуға мөмкинлек бирә.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас