Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Февраль 2023, 21:36

«Афғанстан: оноторға хаҡыбыҙ юҡ» хәтер сәғәте

Кешәнле ауыл китапханаһында «Афғанстан: онотолорға хаҡы юҡ» тип аталған хәтер сәғәте үтте.

«Афғанстан: оноторға хаҡыбыҙ юҡ» хәтер сәғәте
«Афғанстан: оноторға хаҡыбыҙ юҡ» хәтер сәғәте

15 февраль-героик һәм фажиғәле афған һуғышынан ғәскәрҙәрҙе сығарыу көнө. 10 йыл күпме ҡайғы,бәлә-ҡазалар һәм ғазаптар килтерҙе халҡыбыҙға.Әммә алыҫ Афғанстанда ла совет яугирҙары иң яҡшы сифаттарҙы:батырлыҡты,сыҙамлыҡты һәм юғары намыҫлылыҡты күрһәтте.

 


Китапханасы сарала ҡатнашыусыларҙы Ауырғазы районынан Афғанстанда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, унан әйләнеп ҡайтҡандарҙың Хәтер Китабы менән таныштырҙы.

 

Беҙҙең яугир-интернационалистарҙың портреттары ҡуйылды.Балалар һуғыш тураһында шиғырҙар,хикәйәләр уҡыны. Шулай уҡ был иҫтәлекле датаға « Афғанстандың хәтер ҡыңғырауҙары» исеме менән китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо Уҡыусылар афған һуғышы тураһында документаль һәм художестволы әҫәрҙәр менән танышты. Шулай уҡ Афғанстандың тау һуҡмаҡтарында ғүмере өҙөлгән яҡташтарҙың яҙмышы тураһында белде.

 

Йөкмәткеле Хәтер сәғәте фәһемле булды.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас