Рух
+9 °С
Ясно
Файҙалы эштәр йылы
11 Февраля 2023, 17:21

АУЫЛДА АЙЫҠЛЫҠ КӨНӨ ҮТТЕ

Түрһәгәҙе ауылында бөгөн, 11 февралдә, Айыҡлыҡ көнө итеп иғлан ителде. #Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022 #Турсугали#Ауырғазырайоны #Аургазинскийрайон#Всемирныйкурултайбашкир

Добавить в предпочтительные источники Google
АУЫЛДА АЙЫҠЛЫҠ КӨНӨ ҮТТЕАУЫЛДА АЙЫҠЛЫҠ КӨНӨ ҮТТЕ
АУЫЛДА АЙЫҠЛЫҠ КӨНӨ ҮТТЕ

Белеүегеҙсә, был ауыл халҡы “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә “Бәләкәй тораҡ пункттар” номинацияһында ҡатнаша.

 

Төрлө мауыҡтырғыс саралар, осрашыуҙар уҙа.

Халыҡ "йәшел йылан" ҡорбаны булмаһын өсөн  байтаҡ эштәр башҡарылған.

Бөгөн иһә ауыл кибетендә иҫерткес эсемлектәр һатылманы. Әлбиттә, был бер генә тапҡыр үткәрелә торған сара түгел. Тик башланғыс бирелеүе һөйөнөслө хәл.

 

Таштамаҡ ауыл биләмәһе башлығы һәм ауылдың битараф булмаған кешеләре, комиссия ағзалары имен булмаған ғаиләләрҙең, йәш ғаиләләрҙең тормош - көнкүрешенә байҡау яһай, тәҡдимдәр индерә, кәңәш бирә. Ауыл буйлап алкоголде законһыҙ һатыусыларҙы асыҡлау өсөн даими рейдтар ойошторола.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас