Уҙған йылда инфляция кимәленә ярашлы, Рәсәйҙең социаль фонды уларҙы 11,9 процентҡа арттырҙы. Социаль түләүҙәрҙе индексациялауға 150 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Иң мөһим пособиелар иҫәбендә балалы ғаиләләргә түләүҙәр, әсәлек капиталы, инвалидтарға һәм ветерандарға түләүҙәр инденкслаған.
Мәҫәлән, 2023 йылда беренсе балаға әсәлек капиталы күләме 587 мең һумға тиклем артты. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң ике бала донъяға килгән осраҡта әсәлек капиталы күләме – 775 628 һум. Беренсе балаға капитал алған, һуңынан тағы бер бала тапҡан йәки уллыҡҡа алған ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамы күләме 188 682 һумға тиклем артҡан.
Шулай уҡ әлегә әсәлек капиталын тотонмаған ғаиләләрҙең средстволары индексацияланды.
Айлыҡ аҡсалата түләү ҙә (ЕДВ) 11,9 процентҡа артҡан. Башҡортостанда уны 290 мең кеше – инвалидтар, ветерандар, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, РФ Хеҙмәт Геройҙары, шулай уҡ техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә радиацияға дусар булғандар ала. Айлыҡ аҡсалата түләү составына ингән социаль хеҙмәттәр йыйымының хаҡы айына 1 469,74 һумға тиклем артты.
Бала тыуғанда йәки уллыҡҡа алғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 26 345, 39 һумға тиклем артты. Ә 1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның минималь күләме 9 880, 19 һум тәшкил итте.
"Түләүҙәрҙе индексациялау Буйынса бөтә сараларҙы ла Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль фонд бүлексәһе билдәләнгән ваҡытта үткәрҙе. Республика халҡы үҙҙәренә тейешле пособиеларҙы һәм түләүҙәрҙе элекке даталарҙа ала башлай. Социаль фонд Пенсия фондының Һәм социаль страховкалау фондының бөтә йөкләмәләрен һәм функцияларын тулы күләмдә үтәй», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Федерацияһының Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Фәнил Вәхитов.
Рәсәй президенты билдәләүенсә, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен һәм реаль килем кимәленә йоғонто яһаусы башҡа күрһәткестәрҙе индексациялау йылдам темптар менән барырға һәм инфляциянан юғарыраҡ булырға тейеш. Владимир Путин һүҙҙәренсә, халыҡтың реаль эш хаҡының артыуы һәм ярлылыҡтың кәмеүе Рәсәй властарының өҫтөнлөктәре араһында тора