«Ватан һаҡлаусылары» фондының республика филиалы йыл ярымлыҡ эшенә йомғаҡ яһаны. Ойошма асылғандан алып 79 мең мөрәжәғәт теркәлгән.
Төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина фонд командаһы менән ниндәй һорауҙар хәл ителеүе хаҡында һөйләне.
- Бөтәбеҙ өсөн дә, дәүләт фондында эшләүселәр өсөн дә, ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн дә уҙып барған йыл үҙенсәлекле булды, – тип уртаҡлашты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. - Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп эштәр башҡарылды. Башҡортостанда 97 социаль координатор эшләй. 1,5 йыл эсендә беҙ берҙәм командаға әүерелдек. Һорауҙар күп килә. Беҙ үҙебеҙ халыҡ менән осрашыу өсөн даими йөрөйбөҙ, граждандарҙы ҡабул итәбеҙ. Медицина ярҙамы күрһәтеү, яугирҙарҙы реабилитациялау мәсьәләләре хәл ителә, техник реабилитация саралары бирелә, инвалидтар өсөн торлаҡты яраҡлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡайтанан уҡытыуға, эшкә урынлашыуға булышлыҡ итәбеҙ. Быйыл ветеран Вадим Емельяновҡа ҡул менән идара итеү автомобиле тапшырылды. Бик мөһим йүнәлеш – юридик ярҙам. Фонд филиалы республика министрлыҡтары һәм ведомстволары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Эшенең тәүге көндәренән үк Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм республика хөкүмәте беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Күпселек мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ. Ағымдағы йылдың өсөнсө декабрендә Башҡортостандағы филиал базаһында Рәсәй Оборона Министрлығының Хәрби-социаль үҙәге асылды.
Рәсәй оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҙәктең нисек эшләүе һәм ниндәй ярҙам күрһәтеүе тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
– Хәҙер махсус операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан республикаһындағы «Ватанды һаҡлаусылар» ойошмаһының дәүләт ярҙам фонды филиалына мөрәжәғәт итә һәм Оборона министрлығы компетенцияһында булған мәсьәләләрҙе хәл итә ала. Махсус операцияла ҡатнашыусылар оператив рәүештә төрлө хеҙмәттәр ала: административ, мәғлүмәт, страховка, финанс, хәрби хәрәкәттәр ветеранының электрон танытмаһын рәсмиләштереү. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тейешле түләүҙәрҙе һәм документтарҙы алырға тейеш. Бөтә ҡабул ителгән ғаризалар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән туранан-тура Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәгенә килә. Үҙәктең мәғлүмәт системаһында мөрәжәғәттәрҙе эшкәрткәндән һуң, ғариза биреүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған кәрәкле мәғлүмәт йәки документтар аласаҡ», - тип һөйләй белгес Юлия Ертаева. - «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалы булышлығында Өфө районынан махсус хәрби операция ветераны Азамат Әйүпов еңел кресло-коляска алды, уның йортонда пандус ҡуйылды, «Аҡыллы йорт» системаһы, уңайлы аш-һыу бүлмәһе һәм санузел йыһазландырылды, бөтә тейешле социаль ташламалар рәсмиләштерелде, дарыуҙар менән тәьмин итеү ойошторолдо. Ҡул менән идара ителгән автомобиль алыу өсөн документтар тапшырылды.
Үҙ сиратында, МХО ветераны Олег Мөфтәхетдинов фонд филиалына мөрәжәғәт иткәнгә тиклем төрлө кабинеттарҙы үтеп, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыуҙы оҙаҡ көткәнен таный. Фонд хеҙмәткәрҙәре ярҙамында мәсьәлә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл ителде. Хәҙер Олег фонд филиалында социаль координатор булып эшләй, сараларҙа әүҙем ҡатнаша, профессиональ спорт менән шөғөлләнә, ветерандар йыйылма командаһы ағзаһы.
Секция тамамланғас, республикала хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса артабанғы эш планын тәҡдим иткән резолюция бер тауыштан ҡабул ителә. Атап әйткәндә,:
- башҡарма власть органдарының, граждандар йәмғиәте институттарының дәүләт фонды филиалы менән республикала хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итеүен дауам итеү;
- Физкультура-һауыҡтырыу комплекстары майҙансыҡтарын МХО ветерандарының адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн файҙаланырға;
-мәғлүмәт-ағартыу эшен, патриотик сараларҙы һәм яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү буйынса сараларҙы дауам итергә.