Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май , 23:29

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Китап-байрам»да спектаклдәр күрһәтәсәк

Шәмбе, 25 майҙа, «Китап-байрам» китап йәрминкәһенең Кесе залында «Урман әкиәте» тигән ҙур фигуралар шоуы үтәсәк. Тамашасыларҙы яратҡан әкиәт геройҙары башҡарыуында йыр һәм бейеүҙәр, шулай уҡ уларҙың тормошонан мауыҡтырғыс һәм көлкөлө тарихтар! Көндөҙ 13.ОО. сәғәттә башлана.    

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Китап-байрам»да спектаклдәр күрһәтәсәк
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Китап-байрам»да спектаклдәр күрһәтәсәк

Йәкшәмбе, 26 майҙа, сәғәт 12-лә «Муха-Цокотуха» спектакле күрһәтелә, ул шулай уҡ «Китап-байрам»дың Кесе залында ла үтәсәк.Башҡорт дәүләт ҡурсаҡтар театры балалар яратҡан уңышлы, көтмәгәндә юлда аҡса табып, самауыр һатып алған һәм шатлығынан бөтә таныш, дуҫтарын сәйгә саҡырған  себен тураһындағы шиғри әкиәтте  күрһәтә.
Башҡалала йәшәүеләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы Ҡурсаҡ театры спектаклдәренә һәмСовет майҙанында 24 һәм 26 майҙа үтәсәк «Китап-байрам»дың башҡа сараларына саҡырабыҙ.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Китап-байрам»да спектаклдәр күрһәтәсәк
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Китап-байрам»да спектаклдәр күрһәтәсәк
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: