Рух
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Май , 22:49

Ауыл зыяратын ҙурайттылар

Кәлсербуран ауылында ял көнө ҙур өмә үтте.

Ауыл зыяратын ҙурайттылар
Ауыл зыяратын ҙурайттылар

Ауылдың ир-аттары йылдағы традиция буйынса, зыяратҡа йыйылып, уны таҙарттылар. Көҙҙән башлап ҡуйылған ҙурайтыу эшен дауам иттеләр. Тимер бағаналар ултыртып, кәртәләп ҡуйҙылар. Егеттәр үҙҙәре бөтә кәрәкле нәмәне өйҙәренән алып барҙы. Кемдәрҙер техника менән ярҙам итте. Иретеп йәбештереү эшен дә үҙҙәре башҡарҙы.

Төрлө кәрәк-яраҡтар ҡуйыла торған хужалыҡ будкаһының иҫкеһен һүтеп, сүбен тейәнеләр. Яңыһы өсөн бағаналар ултыртылды. Хәҙер профнастил менән көпләп эшен бөтөрәһе ҡалды.

Ситтәгеләр, килә алмаусыларҙың ҡайһылары финанс ярҙамы булһын тип, аҡсалата өлөш индерҙе. Уларҙы ла маҡсатлы тотонасаҡтар.

Афарин, ир-егеттәр! Ата-бабаларҙың рухын шатландырып, алдағыһын да уйлап башҡарылған изге эшегеҙ сауап булһын!

Ауыл зыяратын ҙурайттылар
Ауыл зыяратын ҙурайттылар
Ауыл зыяратын ҙурайттылар
Ауыл зыяратын ҙурайттылар
Ауыл зыяратын ҙурайттылар
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: