Рух
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Апрель , 22:28

«Сәләмәтлек поезы» - Ауырғазыла

Улар өсөнсө көн инде Яңы Кәлсер ауыл советына ҡараған ауылдарҙы хеҙмәтләндерә. Яңы Кәлсер, Кәлсербуран, Марс, Кешәнле, Дүртөйлө ауылы халҡы табиптарҙа тулы тикшереү үтә.

«Сәләмәтлек поезы» - Ауырғазыла
«Сәләмәтлек поезы» - Ауырғазыла

Кәлсербуран халҡы өсөн дә был акция ҙур ваҡиға булды. Шулай булмаҫҡа, район үҙәгендә лә, хатта Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары дауаханаларына ла барырға түгел бит, барлыҡ белгестәр үҙҙәре үк ауыл халҡын тикшерергә килде бит!

Иртәнән үк табиптарға күренергә теләүселәр Яңы Кәлсер медпункты һәм Кәлсербуран ауылы мәктәбе янына йыйылды.

Заманса күсмә мобиль комплекстар флюорограф, маммограф, диагностика үҙәктәре, стоматология кабинеттары менән йыһазландырылған. Шулай уҡ хирург, невролог, офтальмолог (шул иҫәптән балалар), стоматолог, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, уролог, эндокринолог, педиатр һәм башҡа тар йүнәлешле белгестәрҙән консультация һәм медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар.

«Бик яҡшы сара, халыҡ өсөн үҙе бер байрам. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына шундай кәрәкле эш башҡарғандары өсөн рәхмәтлебеҙ, - ти Талбазы үҙәк дауаханаһының баш табибы Азат Ҡотоев. - Бөгөн бында Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһы белгестәре,  Стәрлетамаҡ һаулыҡ үҙәге, маммография, флюорография эшләй.

Кешеләр бик шатланып ҡабул итә, бөтә ерҙә лә милли ризыҡтар, йырҙар менән ихлас ҡаршы алдылар. Кемдеңдер йөрөргә мөмкинлектәре сикле, шулай уҡ бер көн эсендә ҡалала ла был тиклем табиптарға күренеп тә өлгөрә алмаҫҡа мөмкин. Бик уңайлы. Икенсенән, ҡабул итеүҙәр бушлай. Сирҙәрҙе ваҡытында, иртә диагностикалау мөмкинлеге бирә».

 

Эйе, халыҡтың һөйөнөсө ҙур, улар мөмкин тиклем күберәк белгестәргә күренеп ҡалырға теләй. Табиптар үҙҙәре үк беҙгә килгәс, барыбыҙҙы ла ҡайғырталар, тип һөйөнә өлкән йәштәгеләр. Аҡ халатлылар һәр кешене иғтибарлы тыңлап, уларҙы төрлө аппараттарҙа тикшерҙе, анализдарын ҡарап, кәңәштәр һәм күрһәтмәләр бирҙе. 

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы эшен дауам итә.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: