Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Март , 19:45

Бөгөндән Башҡортостанда «Иғтибар-балалар!» профилактика акцияһы башланды

Ул 7 апрелгә тиклем дауам итә. Мәктәп каникулдары алдынан һәм каникул ваҡытында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр һәм юл хәрәкәтендә йәш ҡатнашыусылар менән иҫкәртеү эшенә айырыуса баҫым яһай.

Бөгөндән Башҡортостанда «Иғтибар-балалар!» профилактика акцияһы башланды
Бөгөндән Башҡортостанда «Иғтибар-балалар!» профилактика акцияһы башланды

Ағымдағы йылдың 2 айында республика биләмәһендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 35 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 1 бала һәләк булған һәм 36-һы төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған. Юл-транспорт ваҡиғаларын анализлау күрһәтеүенсә, уларҙың иң ҙур өлөшө (57,1%) элеккесә транспорт сараларында пассажир балалар булған осраҡтарға тура килә.

Акцияның төп бурысы — балалар ҡатнашлығындағы юлдарҙағы ваҡиғаларға юл ҡуймау. Бының өсөн Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уҡытыусылар менән бергә мәктәптәрҙә төрлө класс уҡыусылары менән әңгәмәләр, дәрестәр үткәрәсәк, унда юлдағы тәртиптең төп ҡағиҙәләрен ҡабатлаясаҡтар, юлдағы йыш ҡабатланған хәлдәрҙе ҡараясаҡтар һәм анализлаясаҡтар. Был көндәрҙә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре күмәк саралар үткәреү урындарына мөмкин тиклем яҡыныраҡ буласаҡ. Төп иғтибар балаларҙы автобустарҙа ла, шәхси автомобилдәрҙә лә йөрөтөүгә йүнәлтеләсәк.


Хөрмәтле өлкәндәр! Балаларығыҙ өсөн өлгө булырға һәм үҙегеҙгә закон менән билдәләнгән нормаларҙы боҙмаҫҡа, ә руль артына ултырғас, айырыуса мәғариф учреждениелары, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары янында иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк.

Сығанаҡ: @V_Sevastyanov

(Телеграм-канал).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: