Рух
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Декабрь 2023, 11:35

РАЙОН БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ҠОРОЛТАЙ УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ

Кисә, 30 ноябрь, район хакимиәтенең кесе залында район ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте.

РАЙОН БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ҠОРОЛТАЙ УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ
РАЙОН БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ҠОРОЛТАЙ УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ

Йыйылышта район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов, социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар  буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Азат Әлимбәков ҡатнашты. Шулай уҡ Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Сәлим улы Баянов менән  Башҡорт теле фондын үҫтереү етәксеһе Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова видеобәйләнештә булды.

Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа район ҡоролтайы тарафынан ниндәй эштәр эшләнгән, ниндәй саралар ойошторолған һәм әлеге көндәге хәлдәр тураһында отчет булды.

Муниципаль хеҙмәт ветераны, тарихты өйрәнеүсе Нил Ҡудашевтың "Ауырғазы районының башҡорт ауылдары тарихы. Яңы табылған документтар темаһына сығышы” ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Нил Закир улы етәкселегендә Мораҙым ауылында тарих буйынса түңәрәк тә эш башлап тора икән. Был эште тағы ла йәнләндереп, киңерәк йәйелдереп ебәреү өсөн Арслан Нәзир улы ла кәңәштәр бирҙе.

Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Луиза Бикбаева мәктәптәрҙәге башҡорт телен уҡытыу торошо менән таныштырҙы һәм төрлө сараларҙа, конкурстарҙа уҡытыусыларҙың ситтә ҡалмауын билдәләне.

Рөстәм Сәлим улы ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, киләһе йылдың Ҡоролтай тарафынан Йәштәр йылы итеп иғлан итергә уйлауҙары һәм был турала ҡарар буласағы тураһында белдерҙе.  Алдағы йылдарға ҡуйылған маҡсаттар, пландар менән таныштырҙы.

Шулай уҡ урындағы ҡоролтайҙарҙа етәкселәргә ҡуйылған талаптар тураһында ла йәнле һөйләшеү булды.

Ултырыштың мөһим мәсьәләһе булып башҡарма комитетҡа яңы ағзалар өҫтәү һәм ҡоролтай рәйесе һайлау торҙо. Унда Юлай Ҡотлоюлов, Нурия Вәлиева, Светлана Юлмөхәмәтова, Минира Бикәнәсова, Луиза Бикбаева, Иншар Вәлитов, Даян Әйүпов, Илнур Нәҙершин, Факил Дилмөхәмәтов, Фирүзә Сәйфетдинова, Фоат Ғибәҙуллин, Тимербәк Ғәлимовтар тәҡдим ителде һәм бер тауыштан ҡабул ителде. Шулар араһынан Үтәймулла ауылынан, әлеге көндә Бишҡайын мәктәбендә уҡытыусы булып эшләүсе Фоат Әхмәт улы рәйес итеп һайланды.

Арслан Нәзир улы яңы рәйескә, башҡарма комитет ағзаларына берҙәм булып, яңы көс менән, яңы дәрт менән райондағы эштәрҙе йәнләндереп ебәрергә, һәр саранан ситтә ҡалмай уңышлы эшләргә булһын тигән теләктәрен әйтте.

Сөнки алда бөйөк яҡташыбыҙ Рәшит Назаровтың юбилей йылын, “Табынфест” республика бәйгеһен Ауырғазы ерлегендә юғары кимәлдә үткәреү, башҡа төрлө йүнәлештәге тематик, милли сараларҙа әүҙем булыу бурыстары тора.  

РАЙОН БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ҠОРОЛТАЙ УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ
РАЙОН БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ҠОРОЛТАЙ УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: