Рух
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2023, 17:42

«Сәйәхәт кенә түгел» — гражданлыҡ-илһөйәрлек һәм йәмғиәт өсөн файҙалы йәштәр туризмы программаһы

Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр проекттары һәм олимпиадалары призерҙары һәм еңеүселәре дәүләт иҫәбенә «Сәйәхәт кенә түгел» программаһы сиктәрендә ил буйлап сәфәргә сыға ала.

Был – гражданлыҡ-илһөйәрлек һәм йәмғиәт өсөн файҙалы йәштәр туризмы программаһы. Ул Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Программаны Йәштәр сәйәсәте буйынса федераль агентлыҡ ойоштора: https://vk.cc/4N51Gx.

Сәйәхәт темалары:
— сәнәғәт һәм технологиялар
— мәҙәниәт һәм сәнғәт
— спорт һәм әүҙем туризм
— фән һәм инновациялар
— тарих һәм илһөйәрлек
— бизнес һәм эшҡыуарлыҡ
— тотороҡло үҫеш һәм экология

Сәйәхәткә нисек эләгеп булыуын аңлатабыҙ:

1 – бының өсөн исемлектәге проекттарҙа призер йәки еңеүсе булырға кәрәк: https://vk.cc/co7J1U. Шулар иҫәбендә – «Рәсәй — мөмкинлектәр иле», «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте, Балаларҙа һәм йәштәрҙә гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса Рәсәй үҙәге һәм башҡалар.

2 – әгәр һеҙҙең почтаға туристик сәфәр һайлау үтенесе менән шәхси саҡырыу килһә, тимәк, һеҙ сәйәхәттә ҡатнашаһығыҙ!

3 – Эксперт советы ҡатнашыусыларҙы туристик сәфәр менән бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ҡатнашыусы булараҡ ни тиклем юғары әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, шул тиклем кимәлдә тап һеҙҙең бүләкләнеүселәр араһында булыу ихтималлығы ла арта.

Тулыраҡ мәғлүмәт — программа сайтында https://vk.cc/c5HcML һәм положениеһында https://vk.cc/cs0Mda.

Йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар — ошонда: https://vk.cc/cs0MhT.

8 (800) 444-80-63 телефоны аша өҫтәмә мәғлүмәт алырға йәки күрһәтелгән почта аша мөрәжәғәт итергә була: [email protected]

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: