Башҡортостанда студент отрядтары 2015 йылдан алып эшләй, унда 20 меңдән ашыу йәш кеше иҫәпләнә.
Эш төҙөлөш, педагогия, ауыл хужалығы, экология, сервис, поезда оҙатыусылар отрядтары һәм башҡа йүнәлештәр буйынса төҙөлгән. Хеҙмәт процесынан тыш, студент отрядтарында ижади һәм спорт потенциалын үҫтереү, ҡатнашыусыларҙы ватансыллыҡ рухында тәрбиәләү буйынса саралар үткәрелә. Шулай уҡ төрлө һөнәри белем биреү программалары ярҙамында йәштәр бушлай яңы һөнәр үҙләштерә (мәҫәлән, вожатыйҙар мәктәбе, эшсе һөнәрҙәргә уҡытыу) һәм алған белемдәрен практикала ҡуллана ала.
Студенттарҙы уҡыған һөнәре буйынса эшкә урынлаштырыуға нигеҙләнгән профилле отрядтар өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.
🔎 #ТРУДКРУТ карьера форумында республика студенттары өсөн көнүҙәк вакансияларҙы табырға мөмкин.
✍️ Рәсәй студент отрядтарының төбәк бүлексәһенә инеү өсөн анкета тултырырға кәрәк.
Башҡортостан студент отрядтарының тормошо, саралар һәм йүнәлештәр тураһында ентеклерәк ошонда.
Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ, һөнәр үҙләштерегеҙ һәм эшкә урынлашығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан