Тейешле документ республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әҙерләнгән. Документ менән хоҡуҡи мәғлүмәт буйынса интернет-порталда танышырға мөмкин.
Яңы ярҙам саралары исемлеге:
коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү;
грант алған осраҡта эшмәкәрлектең план күрһәткестәрен үтәмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү;
«Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр биреү;
балаларын йәшәү урынына яҡын урынлашҡан балалар баҡсаһына күсергәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡ биреү;
физкультура-спорт ойошмаларына иң тәүҙә уларҙы ҡабул итеү хоҡуғы;
мәҙәниәт һәм күңел асыу өлкәһендәге ойошмаларға ташлама менән йөрөү.
МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһы иҫәбенә:
- уның менән законлы никахта торған ире (ҡатыны);
- эшкә һәләтһеҙ йәштәге ата-әсәһе (уллыҡҡа алыусылары);
- ата-әсәһе булмау сәбәпле, уны кәмендә өс йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған эшкә һәләтһеҙ йәштәге олатаһы һәм (йәки) өләсәһе;
- уны кәмендә биш йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған эшкә һәләтһеҙ йәштәге үгәй атаһы һәм (йәки) үгәй әсәһе;
- бәлиғ булмаған балалары,
- 18 йәше тулғансы инвалид булған 18 йәштән өлкән балалары;
- белем биреү ойошмаһында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары инә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары махсус чат-ботта тупланған.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан