Рух
+3 °С
Облачно
Общие статьи
3 Августа 2023, 05:00
Фестивалдә фотокүргәҙмә эшләйәсәк
«Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә «Ҡанатлы толпарҙар тоҡомо» тигән исем аҫтында фотокүргәҙмә эшләйәсәк. Унда Рәмил Килмәмәтов, Олег Машковский, Светлана Комкова, Тамара Андреева һәм башҡа авторҙарҙың эштәре ҡуйыла.
Добавить в предпочтительные источники Google
Фестивалдә фотокүргәҙмә эшләйәсәк
- Башҡорттар өсөн ат – изге хайуан, быуаттар буйына ул халыҡ тормошонда мөһим урын биләгән. Фотокүргәҙмәлә аттарҙы ярҙамсы һәм башҡорттарҙың тоғро дуҫы булараҡ күрһәтергә теләйбеҙ, - ти Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева.
«Башҡорт аты» фетивале 11-13 августа Баймаҡ районындағы Граф күле буйында үтә. Проект Башҡортостан Республикаһында ат үрсетеү, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Мәҙәниәт министрлығы сайты мәғлүмәте буйынса.
Автор:
Равиля Бардыбаева
Читайте нас
вк
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"