Конкурсты илдең барлыҡ ижади кешеләренә һәр яҡлап ярҙам итеү өсөн махсус рәүештә ойошторолған Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды үткәрә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн:
- дәүләт учреждениелары, дәүләт корпорациялары, дәүләт компаниялары һәм сәйәси партияларҙан тыш, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар;
- коммерция ойошмалары;
- шәхси эшҡыуарҙар;
- муниципаль ҡаҙна учреждениеларынан тыш, муниципаль учреждениелар һәм предприятиелар саҡырыла.
Конкурсҡа түбәндәге проекттарҙы күрһәтергә мөмкин:
- мәҙәниәт һәм академик (классик) сәнғәт өлкәһендәге;
- тармаҡ-ара, мәҙәниәт һәм кросс-мәҙәни проекттар;
- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия, шул иҫәптән һанлы технологиялар өлкәһендә белем биреү һәм күргәҙмә проекттары;
- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә йәш һәләттәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү буйынса проекттар;
- үҙенсәлекле индустрия проекттары, шул иҫәптән әҙәбиәт һәм нәшриәт эше, дизайн, мода, арт, музыка һәм саунд-дизайн, архитектура һәм урбанистика, яңы медиа, мультимедиа технологиялары, кино, театр, уйындар, креатив индустрия инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереү өлкәһендәге;
- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә фестивалдәр, премиялар, форумдар үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан проекттар;
- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендәге стартаптар;
- заманса популяр мәҙәниәт өлкәһендәге проекттар.
Ғариза биреү һәм ҡатнашыусыларға булған бөтә талаптар менән ошонда танышырға була
Ғариза биреүселәр һәм еңеүселәр өсөн өйрәтеүсе программалар
Конкурс тураһында яңылыҡтар
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан