Грантты кем бирә - дәүләт ойошмалары һәм шәхси фондтар. Маҡсаты - фәнде үҫтереү, йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеү, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм башҡалар.
Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн ниндәй гранттар бар:
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтә. Бөгөнгө көнүҙәк конкурстар. Коммерцияға ҡарамаған ойошма булмаған осраҡта, социаль проект һәм башҡа тәҡдимдәр әҙерләү хаҡындағы мәғлүмәт - ошонда.
- Президент гранттары фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса берҙәм федераль оператор булып тора. Фондтың бурысы - коммерцияға ҡарамаған секторҙа инициативалы һәм маҡсатлы кешеләрҙең эше өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр тыуҙырыу. Әйткәндәй, уларҙың платформаһында, изге эштәрҙән айырылмайынса, белем алырға мөмкин. Конкурстар тураһында - ошонда.
- Гранты.рф — Президент гранттары фондынан аҡса алған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға финанс ярҙамы күрһәтеү, төбәк грант конкурстары тураһындағы мәғлүмәт ресурсы.
- «Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы апараты» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Ресурс үҙәгендә президент гранттары конкурсында ҡатнашырға ярҙам итәсәктәр - үҙәк эксперттары ғаризаны рәсмиләштереү буйынса кәңәштәр бирә, белем биреүсе семинарҙар уҙғара.
Әгәр тирә-яҡ донъяны яҡшыртырға теләһәгеҙ, коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәгеҙ һәм үҙ идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ, шул иҫәптән гранттар отоғоҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан