Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июнь 2023, 16:07

Йәш ғалимдар өсөн торлаҡ

Фатир буйынса һорау: йәш ғалимдарға нисек торлаҡ алырға?Юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми-педагогик ойошмаларҙың йәш хеҙмәткәрҙәре федераль дәүләт ярҙамы программаһы менән файҙалана ала. Уларға дәүләт торлаҡ сертификаты бирелеүе мөмкин.    

Йәш ғалимдар өсөн торлаҡ
Йәш ғалимдар өсөн торлаҡ

Бының өсөн белгес:

- 35 йәшкәсә фән кандидаты йәки 40 йәшкәсә фән докторы булырға;
- ғилми хеҙмәткәр булып кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.

Нисек сертификат алырға?

Ғилми йәки белем биреү ойошмаһы ғалимды социаль түләү алыуға мохтаж тип танырға тейеш. Бының өсөн уға эш урыны буйынса торлаҡ комиссияһына документтар беркетеп ғариза яҙырға кәрәк. Йәш ғалимға социаль түләү алыу хоҡуғы бер тапҡыр ғына бирелә.

Атап үтелгән программа менән файҙаланыу алгоритмы ошонда: https://minobrnauki.gov.ru/action/jhpolitika/algorithm/

Шулай уҡ Башҡортостанда йәш ғалимдарға грант ярҙамы эшләй. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2022 йылдың 1 сентябрендәге 616-сы указы менән 200 миллион һум күләмендә гранттар булдырылды.

Ғилми хеҙмәткәр грантты ғилми-белем алыу стажировкаһы үтеүгә һәм (йәки) үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға файҙалана ала. 2022 йылда конкурс йомғаҡтары буйынса 6 университеттың (Өфө фән һәм технологиялар университеты,
Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт сәнғәт институты) 325 ғилми-педагогик хеҙмәткәре - субсидия, шул иҫәптән 81 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡса алды

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: