Рух
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июнь 2023, 18:15

Хайуандарға ҡарата рәхимһеҙ мөғәмәлә өсөн штрафтар

Йорт хайуандарына яуапһыҙ ҡараған өсөн уларҙың хужаларына нимә янай?

Хайуандарға ҡарата рәхимһеҙ мөғәмәлә өсөн штрафтар
Хайуандарға ҡарата рәхимһеҙ мөғәмәлә өсөн штрафтар

Яуапһыҙ хужалар яза аласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо хаҡтағы законға ҡул ҡуйҙы  Унда  хайуандарҙы аҫрау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн түбәндәгесә штраф ҡаралған https://goo.su/rmtN3Q:

- ҡарауһыҙ  йорт хайуандары өсөн 30 мең һумға тиклем;
- кешене тешләгән, һаулығына зыян килтергән осраҡта, 200 мең һумға тиклем;
- приютта хайуандарҙы аҫрау ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн 30 мең һумға тиклем штраф янай.

     Яңы закон буйынса хайуандар менән ҡаты мөғәмәлә иткән, ыҙалатҡан, ас тотҡан һәм башҡа талаптарҙы үтәмәгән өсөн  5 меңдән 100 мең һумға тиклем административ штраф һалыуҙары мөмкин.

    Был ҡағиҙәләр приюттарға, зоопарктарға һәм цирктарға ла ҡағыла.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: