Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2023, 12:05

Сибайҙа Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы эш башланы

26 майҙа Сибайҙа V «Урал Аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Үҫеш корпорацияһының яңы офисында – Урал аръяғын үҫтереү буйынса дирекцияла булды.

Сибайҙа Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы эш башланы
Сибайҙа Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы эш башланы

26 майҙа Сибайҙа V «Урал Аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Үҫеш корпорацияһының яңы офисында – Урал аръяғын үҫтереү буйынса дирекцияла булды. Уның төп бурыстары – инвесторҙар йәлеп итеү, проекттарҙы оҙатыу һәм 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү.

Төбәкте үҫтереү корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов хәбәр итеүенсә, офис белгестәре даими нигеҙҙә инвесторҙар, бизнес-шерифтар һәм урындағы предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итәсәк.

Билдәләп үтәйек, Урал аръяғын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү стратегияһы дөйөм суммаһы 175 миллиард һумдан ашыу проекттар һәм саралар берләшмәһен үҙ эсенә ала. Атап әйткәндә, документ төбәкте бер нисә өлкәлә үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Был рекреацион сектор, ауыл хужалығы, социаль инфраструктура, индустриаль хәүефһеҙлек, транспорт. Сибай–Подольск–Новорудная тимер юл линияһын төҙөүгә, энергия менән тәьмин итеү объекттарына, шулай уҡ «Урал»туристик-рекреацион тибындағы махсус иҡтисади зона булдырыуға айырыуса иғтибар бүленә.

 

СЫҒАНАҠ: республика башлығы сайты.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: