Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Апрель 2023, 00:53

26 апрель — Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Ошо көндә йыл һайын  райондан авария һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙе хөрмәтләү йөҙөнән саралар ойошторола.

26 апрель — Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
26 апрель — Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Быйыл да Чернобыль ветерандары обелискка сәскәләр һалды. Бер минут тынлыҡ менән авариянан һуң вафат булғандарҙы иҫкә алды.

Район тыуған яҡты өйрәнеү-тарих музейында ветерандар уҡыусылар менән осрашты. Шул фажиғә тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уҡыусыларға фильм да күрһәтелде.


Бынан 36 йыл элек – 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында көслө шартлау була. Унда 4-се энергия блогында фажиғә сыға. Реактор емерелеүе һөҙөмтәһендә тирә-яҡҡа үлемесле радиация тарала.

30 саҡрымлыҡ зонала белгестәр һәм табиптар эшләй. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең һаулыҡтары ҡаҡшай, күптәре ваҡытынан алда вафат булып ҡала.
Шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 600 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

 

Сығанаҡ: Ауырғазы район хакимиәте.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас