Рух
+10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
30 Март 2023, 06:29

Башҡортостан башлығы төбәк хөкүмәте эшендә төп мәсьәләне атаны

«2022 йылдың башында тарихыбыҙҙа аналогы булмаған яңы хәл барлыҡҡа килде. Беҙгә бығаса булмаған санкция баҫымы ябырылды. Беҙ был һөжүмгә ҡаршы тора алдыҡ, яңы бәйләнештәр һәм логистика төҙөнөк. Бергәләп махсус хәрби операция, өлөшләтә мобилизация, Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам сиктәрендә йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл иттек. Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләндек», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы ултырышында. Был хаҡта ваҡиға урынынан «Башинформ» хәбәрсеһе хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн депутаттар республика хөкүмәтенең отчетын тыңлай.

Башҡортостан башлығы төбәк хөкүмәте эшендә төп мәсьәләне атаныБашҡортостан башлығы төбәк хөкүмәте эшендә төп мәсьәләне атаны
Башҡортостан башлығы төбәк хөкүмәте эшендә төп мәсьәләне атаны

«2022 йылдың башында тарихыбыҙҙа аналогы булмаған яңы хәл барлыҡҡа килде. Беҙгә бығаса булмаған санкция баҫымы ябырылды. Беҙ был һөжүмгә ҡаршы тора алдыҡ, яңы бәйләнештәр һәм логистика төҙөнөк. Бергәләп махсус хәрби операция, өлөшләтә мобилизация, Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам сиктәрендә йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл иттек. Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләндек», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы ултырышында. Был хаҡта ваҡиға урынынан «Башинформ» хәбәрсеһе хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн депутаттар республика хөкүмәтенең отчетын тыңлай.

"Беҙҙең беренсе бурысыбыҙ — иҡтисадты тотоп ҡалыу ине. Был республиканы үҫтереү, социаль йөкләмәләрҙе үтәү нигеҙе. Йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 102,7 процент тәшкил итте, был ил буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Ике йыл рәттән республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында төбәктәр араһында иң яҡшыһы тип таныла. Беҙ кластер моделен Рәсәй сәнәғәт Һәм сауҙа Министрлығының пилот төбәге булараҡ уңышлы тормошҡа ашырабыҙ, кластерҙар һаны буйынса лидерҙар иҫәбенә сыҡтыҡ. «Алға» айырым иҡтисади зонаһы икенсе тапҡыр рәттән илдә иң динамик үҫешкән тип таныла.

Беҙҙең аграрийҙар рекордлы — 5 миллион тонна — иген уңышы йыйған. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 28,1 процентҡа артҡан. Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса тарихи максимумға-3 миллион квадрат метр - өлгәште һәм тәүге ун төбәк иҫәбенә инде (РФ-та 7 — се урын)», - Тине Радий Хәбиров.

Республика тышҡы иҡтисади секторҙы үҫтереү менән етди шөғөлләнде, тип билдәләне төбәк башлығы. 2022 йылдың бөтә ваҡытын тиерлек сәйәхәттәрҙә үткәрҙеләр. Беҙҙең өсөн традицион һәм яңы партнерҙарыбыҙ менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим ине. Айырыуса Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Иран, Үзбәкстан менән. Бындай визиттар, әүҙем эш арҡаһында был илдәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше арта. Төркиә менән-37,6%, Ҡаҙағстан менән — 10,1%, Белоруссия менән — 12,3%, Үзбәкстан менән — 32,6%.

Автор:
Читайте нас