"Беҙгә ҡаршы агрессив мәғлүмәт һөжүмдәре алып баралар, маҡсат итеп, тәү сиратта, йәштәрҙе һайлайҙар. Тарихи факттарҙы боҙоп күрһәтәләр, мәҙәниәтебеҙгә, Рус православие сиркәүенә һәм илебеҙҙең башҡа традицион дини ойошмаларына һөжүмдәрҙе туҡтатмайҙар", - тип аңлатма бирҙе дәүләт башлығы.
Әммә, РФ президенты һүҙҙәренсә, Донбасс менән ҡайтанан берләшкәндән Һуң Рәсәй көслөрәк булып китте.
"Хәҙер беҙ йәнә бергә, тимәк, тағы ла көслөрәкбеҙ һәм күптән көтөлгән донъя тыныслығы әйләнеп ҡайтһын, кешеләрҙең именлеге тәьмин ителһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ", – тип белдерҙе Путин.
Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Рәсәй президенты, туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә дәүләт ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне. Хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһенә "даими иғтибар, хәстәрлек һәм хөрмәт күрһәтелергә тейеш". Дәүләт башлығы махсус дәүләт фонды булдырырға тәҡдим итте, уның бурысы - һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә һәм махсус хәрби операция ветерандарына адреслы ярҙам күрһәтеү.
"Ул социаль, медицина, психологик ярҙам күрһәтеүҙе көйләй, шифахана - курорт дауалау һәм реабилитациялау мәсьәләләрен хәл итә. Белем биреүҙә, спортта, эшкә урынлашыуҙа, эшҡыуарлыҡта, квалификацияны күтәреүҙә, яңы һөнәр алыуҙа ярҙам итергә. Фондтың айырым мөһим бурысы – өйҙә оҙаҡ ваҡыт тәрбиәләү", - тип аңлатты Рәсәй лидеры. Владимир Путин хөкүмәткә был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты.
"Дәүләт фондының эше асыҡ булырға, ә ярҙам күрһәтеү тәртибе ябай – берҙәм тәҙрә принцибы менән, бюрократияһыҙ булырға тейеш”.
Бөтә ҡатнашыусылар, шул иҫәптән ирекмәндәр ҙә, даими отпуск алырға тейеш, тип белдерҙе Рәсәй лидеры. Уның һүҙҙәренсә, отпуск 14 көндән дә кәм булмаҫҡа тейеш. "Мобилизацияланған, ғөмүмән, бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр, бөтә ҡатнашыусылар, шул иҫәптән ирекмәндәр өсөн даими отпуск 14 көндән кәм булмаҫҡа, ярты йылға бер булырға тейеш һәм һәр яугирҙың ғаиләләре менән күрешеү, туғандары һәм яҡындары менән бергә булыу мөмкинлеге булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта юлға киткән ваҡыт иҫәпкә алынмай", – тип белдерҙе президент.
Ул махсус операция зонаһында хеҙмәт итеүҙең ғәйәт ҙур психологик һәм физик йөкләмәләр, ғүмер һәм сәләмәтлек өсөн хәүеф менән бәйле булыуын иҫкә төшөрҙө.
Стратегик ядро көстәрен йыһазландырыу
Мөрәжәғәтнамә барышында президент РФ ядро көстәрен яңы системалар менән тәьмин итеү кимәлен дә баһаланы. Путин һүҙҙәренсә, был күрһәткес 91,3 процент тәшкил итә.
Бөтә йүнәлештәр буйынса ла юғары сифатлы кимәлгә сығыу өсөн Рәсәй иң алдынғы технологияларҙы индерергә тейеш, тип иҫәпләй дәүләт башлығы.
Хәҙер төп бурыс: күпләп сериялы производстволар йәйелдереү. Дәүләт башлығы Рәсәй заводтарында һәм конструкторҙар бюроһында һәләтле һәм квалификациялы йәш кешеләрҙең эшләүенә иғтибар итте.
"Армия һәм флоттың тап сифатлы потенциалын арттырыуҙы тәьмин итәсәк иң алдынғы технологияларҙы әүҙем индерәсәкбеҙ. Бындай эшләнмәләр, ҡорал һәм техника өлгөләре һәр йүнәлеш буйынса бар. Уларҙың күбеһе характеристикаһы буйынса сит ил аналогтарынан күпкә юғары", – тип тулыраҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
Флотты, армияны нығытыу буйынса артабанғы аҙымдар нигеҙенә, ағымдағы һәм перспективалағы үҫешкә махсус операция барышында тупланған хәрби тәжрибә алынасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта Дәүләт башлығы, әгәр АҠШ тәүгеләрҙән булып башлаһа, Оборона министрлығы һәм Росатом да ядро ҡоралын һынауға әҙер булырға тейеш, тип иҫкәртте.
Рәсәй президенты шулай уҡ 21 февралдә федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе барышында Рәсәйҙең стратегик ядро ҡоралдары арсеналдарын үҙ-ара ҡыҫҡартыу тураһында ДСНВ – 3 килешеүендә ҡатнашыуын туҡтатыуын белдерҙе.
Владимир Путин аңлатыуынса, Ҡушма Штаттар ХӘҘЕР НАТО вәкилдәре аша Рәсәйгә ультиматум күрһәтергә тырыша. Уның һүҙҙәренсә, Америка килешеүҙең бөтә пункттарын үтәүҙе талап итә, шул уҡ ваҡытта "үҙен теләгәнсә тоторға"ниәтләй.
“Рәсәй Килешеүҙәрҙә ҡатнашыуын туҡтатып тороуы хаҡында белдерергә мәжбүр. Ҡабатлап әйтәм: киллешеүҙән сыҡмай, ә ваҡытлыса туҡтата”.
Президент шуға ла иғтибар итте: килешеүгә кире ҡайтыу алдынан француз һәм британ ядро арсеналдарының нисек иҫәпкә алынасағын аңларға кәрәк буласаҡ.