Рух
+13 °С
Облачно

6 йылда Башҡортостанда кесе агробизнес 35 миллиард һум льготалы кредит алды

Башҡортостан Республикаһында кесе агробизнесҡа дәүләт ярҙамының иң һөҙөмтәле сараларының береһе булып льготалы кредиттар тора, дәүләт банктарға ставкаларҙы льготалы күләмгә тиклем кәметеүҙе компенсациялай. Механизм 2030 йылға ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе 25 процентҡа арттырыуға йүнәлтелгән «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының маҡсаттарына өлгәшеү өсөн ҡулланыла.

6 йылда Башҡортостанда кесе агробизнес 35 миллиард һум льготалы кредит алды6 йылда Башҡортостанда кесе агробизнес 35 миллиард һум льготалы кредит алды
6 йылда Башҡортостанда кесе агробизнес 35 миллиард һум льготалы кредит алды
2026 йылда агросәнәғәт комплексында хужалыҡ итеүҙең кесе формалары өсөн ставка йылына 6,65 процент тәшкил итә.
 
- Республика фермерҙары льготалы кредиттар менән әүҙем файҙалана. 2020-2026 йылдарҙа фермерҙар 23 миллиард һум ҡыҫҡа сроклы кредиттар (субсидиялар күләме — 815 миллион һум), шулай уҡ 12,7 миллиард һум инвестиция кредиттары (субсидиялар — 243 миллион һум) алған, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
 
Ағымдағы йылда республиканан кесе агробизнес вәкилдәренә 859 миллион һумлыҡ ҡыҫҡа сроклы кредиттарға 114 ғариза һәм 24 миллион һумлыҡ 4 инвестиция ғаризаһы хупланған.
 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында кесе хужалыҡ формаларына дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 416 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, шул иҫәптән 362 миллион йәки 87 проценты — федераль бюджеттан.
Автор:
Читайте нас