Был изге эш йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының йәштәр менән эш буйынса баш белгесе, ирекмән Ләйсән Рабаданова башланғысы менән тыуа, ул ил өҫтөндәге хәлдәргә битараф булмаған рухлы ҡыҙҙарҙы туплай.
Бына ул ҡыҙҙар:
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының йәштәр менән эш буйынса баш белгесе, ирекмән Ләйсән Рабаданова,
- Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт музейы мөдире Алина Байегетова,
- журналист, шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Айгөл Йәмилева-Манапова,
- «Юлдаш» радиоһы алып барыусылары –
Сәриә Рамаҙанова,
Лилиә Фазулова,
Динара Сафина,
- Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы Дилбәр Әһлиуллина,
- балалар баҡсаһы мөдире Азалия Баймырҙина.
Был проекттың маҡсаты - яугирҙәргә терәк булыу, уларҙың ғаиләләренә төрлө кимәлдә ярҙам күрһәтеү, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереү. Бында йылы, туғандарса осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, театрға, тамашаларға йөрөү, конкурстар, балалар менән ял итеү мөмкинлектәре ойошторола. Бынан тыш, юридик, психологик, мәғлүмәти һәм башҡа өлкәләрҙә ярҙам күрһәтелә. Райондарға сығыу, яугир ғаиләләре менән осрашыуҙар планлаштырылған.
Исем туйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова проектҡа уңыштар теләп, уның мөһимлеген билдәләне. Проекттың йөрәге - «Ете ҡыҙ» тормош иптәшен, ғаиләһен, Илен яратҡан ҡатын-ҡыҙ ул. Ошондай ныҡлы тыл Еңеүгә илтә» - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Бөгөнгө көндә терәк яугирҙәргә лә, уларҙың яҡындарына ла мөһим. Изге эштәр юлындағы ҡыҙҙарға уңыштар, теләктәштәрегеҙҙең күп булыуын теләйбеҙ! Иң мөһиме, илебеҙгә тыныслыҡ килһен!
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтовтан
Сығанаҡ: vk.com/etekuz