Рух
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Апрель , 08:14

ИЗГЕ СӘҒӘТТӘ, БАҪЫУ ЭШСӘНДӘРЕ!

Яҙғы баҫыу эштәре башланды, «Урал» ауыл хужалығы ла сәсеүгә төштө Яҙҙың иртә килеүе аграрийҙарға сәсеү миҙгелен башларға мөмкинлек бирҙе. Улар әйтеүенсә, ҡар һыуҙары ергә һеңде, игендәрҙең уңышы һәйбәт булыуына өмөт бар.Был турала Ауыл йәме - кешеләр төркөмөндә Факил Дилмөхәмәтов хәбәр итте.

ИЗГЕ СӘҒӘТТӘ, БАҪЫУ ЭШСӘНДӘРЕ!
ИЗГЕ СӘҒӘТТӘ, БАҪЫУ ЭШСӘНДӘРЕ!

Беренселәрҙән булып баҫыуға механизаторҙар Динир Моратшин һәм Линар Смаҡов сыҡты һәм күп йыллыҡ үҫемлектәрҙе минерал ашлама менән туҡландырыуға тотондо.

Венер Йосопов ярҙамсыһы Илнур Бәхтигәрәев менән ашламаларҙы тейәп килтереп тора.  

Мал аҙығы культураларынан 287 гектар һәм 560 гектар ужым культураларын эшкәртергә кәрәк. Ауыл хужалығы кооперативы идараһы яҙғы сәсеүгә ваҡытында әҙерләнгән, техника тулыһынса әҙер.

Йыл һайын техника паркы яңыртыла, һәм бөгөн хужалыҡта ике ДТ-75 тракторынан башҡа иҫке тракторҙар юҡ тиерлек. 200 тоннанан ашыу минераль ашлама килтерелгән, кәрәкле яғыулыҡ-майлау материалдары запасы булдырылған.Шулай уҡ  шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм кукуруз орлоҡтары һатып алынған. Хужалыҡ механизаторҙарының күбеһенә икешәр техника беркетелгән, һәм улар ауыл хужалығы эштәренең бөтә төрҙәрен дә уңышлы башҡара.


Баҫыу батырҙарына яҡшы көндәр, сәсеү эштәрен башҡарып сығыуҙа уңыштар!

 

Ауыл йәме - кешеләр төркөмөнән

 

ИЗГЕ СӘҒӘТТӘ, БАҪЫУ ЭШСӘНДӘРЕ!
ИЗГЕ СӘҒӘТТӘ, БАҪЫУ ЭШСӘНДӘРЕ!
ИЗГЕ СӘҒӘТТӘ, БАҪЫУ ЭШСӘНДӘРЕ!
ИЗГЕ СӘҒӘТТӘ, БАҪЫУ ЭШСӘНДӘРЕ!
ИЗГЕ СӘҒӘТТӘ, БАҪЫУ ЭШСӘНДӘРЕ!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: