Башҡортостан Ауыл хужалығы министры «Урожай» малсылыҡ комплексындағы эштәр барышы менән танышты. Заманса һөт комплексындағы барған төҙөлөш эштәренә баһа бирелде. Бында 1088 баш һыйырға иҫәпләнгән бина төҙөлә.
2022 йылда эксплуатацияға тапшырылған орлоҡ заводында ла булдылар. Заводтың проект ҡеүәте йылына 250 000 тонна тәшкил итә.
Әле районда бөтә көс яҙғы сәсеү эштәренә йүнәлтелгән. Быйыл 58600 гектар ерҙең 35840-ында бөртөклө культура, 1830-ында шәкәр сөгөлдөрө, 7922 гектарында көнбағыш сәсеү планлаштырыла. Шулай уҡ рапс, мал аҙығы культуралары ла урын аласаҡ.
Хужалыҡтар бөтә төр орлоҡтар, минерал ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, яғыулыҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән.