Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Март 2023, 13:17

РЕСПУБЛИКА АГРАРИЙҘАРЫ КӘҢӘШЛӘШТЕ

Яҙҙың беренсе көнөндә Ауырғазы районында республика агрономия конференцияһы үтте.  

РЕСПУБЛИКА АГРАРИЙҘАРЫ КӘҢӘШЛӘШТЕ
РЕСПУБЛИКА АГРАРИЙҘАРЫ КӘҢӘШЛӘШТЕ

Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов, Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре,  17 райондың хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары белгестәре ҡатнашлығында үткән сарала яҙғы ҡыр эштәрен үткәреү, мөһим мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү тураһында һөйләштеләр.


Илшат Фәзрахманов 2022 йылда тулайым продукцияны етештереү буйынса мөһим рубеж үтелеүе, тармаҡҡа инвестициялар үҫеүе тураһында билдәләп үтте. Яҡын арала республикала 21 индустриаль һөт фермаһы эшләй башлаясаҡ.
Төбәк хужалыҡтарында элиталы орлоҡтар күләмен иҫәпкә алғанда, ситтән 3 мең тонна ғына һатып алыу талап ителә. Был республика бюджеты менән тормошҡа ашырыла. Мөһим мәсьәлә булып ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күләмен арттырыу тора.

 

Аграр конференцияның практик өлөшө республиканың иң эре хужалыҡтарының береһе «Урожай» предприятиеһында үтте. Бында селекция-орлоҡ үҙәген ҡаранылар. Ул үҙ эсенә ҡабул итеү, орлоҡто беренсел әҙерләү һәм киптереү пункттары, шулай уҡ орлоҡ заводы һәм элеваторҙың эше менән таныштылар.  

 

Конференция яҡшы үтте, файҙалы булды.

Тиҙҙән аграрийҙар өсөн яҙғы эштәр башланасаҡ, көҙгө уңыштың байлығы ла сәсеүҙең ваҡытында башҡарылып сығыуынан тора.

 

(Район хакимиәте башлығы А.Шәһәретдинов сәхифәһенән).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: