Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
27 Сентябрь , 14:49

Төҙөүсенән нимә талап итергә мөмкин?

Төҙөүсенән нимә талап итергә мөмкин: яңы төҙөлгән йортта торлаҡ һатып алыусылар өсөн үҙгәрештәр.

2024 йылдың 1 сентябрендә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы законға үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. Хәҙер төҙөүсенән нимә талап итергә мөмкин – Башҡортостан Республикаһы буйынса Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

Өлөшләтә төҙөлөш объекты, шул иҫәптән технологик инженер ҡорамалдары өсөн гарантия ваҡыты — кәмендә 3 йыл.

Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың етешһеҙлектәре булғанда неустойка

Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә киткән сығымдар хаҡынан йәки компенсация суммаһынан сығып иҫәпләнә. Әгәр ҙә торлаҡ етешһеҙлектәр арҡаһында йәшәү өсөн яраҡһыҙ икән, ул килешеү хаҡынан сығып иҫәпләнә.

Неустойка күләме

Түбәндәгеләрҙең срогын боҙған һәр көн өсөн Үҙәк Банктың рефинанслау ставкаһының 1/150 өлөшө:
- етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү;
- килешеү хаҡының ярашлы кимәлдә кәмеүе;
- етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә сығымдарҙы ҡаплау.

Әгәр торлаҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн һатып алынһа, неустойка күләме — рефинанслау ставкаһының 1/300 өлөшө.

Етешһеҙлектәр булғанда иң ҙур неустойка — етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн кәрәкле сығымдарҙан артыҡ була алмай.

Торлаҡты тапшырыу ваҡытын боҙған өсөн неустойка — һәр көн өсөн килешеү хаҡынан рефинанслау ставкаһының 1/300 өлөшө.

Төҙөүсегә штраф – әгәр төҙөүсе үҙ ирке менән граждандың талаптарын үтәмәһә, ә суд был талаптарҙы ҡәнәғәтләндерһә, дөйөм килешеү хаҡының 5 процентын тәшкил итә.

Компания неустойка түләһен өсөн, тәүҙә уға дәғүә яҙырға кәрәк. Әгәр компания дәғүәләргә яуап бирмәһә, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының белешмә хеҙмәте телефоны +7 (347) 294-94-00.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: