Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
7 Декабрь 2023, 15:28

Балаға берҙәм пособиены нисек алырға?

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте балаларға берҙәм пособие түләү өсөн өҫтәмә рәүештә 90 миллиард һум аҡса бүлде. Башҡортостан түләүҙәр өсөн 5,7 миллиард һум аҡса аласаҡ.

Пособие килеме республикала бер кешегә билдәләнгән йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләргә бирелә. Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы 12 650 һум тәшкил итә. 2024 йылда ул 13 753 һум буласаҡ.

Балаға берҙәм пособиены нисек юлларға - Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.

Пособиены тәғәйенләү шарттары:
– йән башына иҫәпләгәндә ғаилә килеме йәшәү минимумынан кәмерәк,
– ата-әсә эш хаҡы ала йәки уның булмауының объектив сәбәбе бар (https://vk.cc/csUaHr),
– мөлкәт билдәләнгән талаптарға яуап бирә (https://vk.cc/csUaKW).

Пособиены социаль ҡаҙна принциптары буйынса, йыш ҡына, бер ғариза менән Социаль фондтың йәки Күп функциялы үҙәктең клиент хеҙмәттәрендә, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре аша рәсмиләштерергә мөмкин.

Республика менән идара итеү үҙәге Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән берлектә берҙәм пособие буйынса чат-бот әҙерләне. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошонда таба алаһығыҙ: https://t.me/deti_posobie_BashBot

Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:

- Берҙәм пособие: социаль селтәр менән ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәбеҙ
- Балалары булған ирҙәр ниндәй түләүҙәр алырға хоҡуҡлы
- Бала тыуғанда берҙәм пособиеға ҡасан ғариза бирергә?
- Әсәлек капиталы 2024 йылда артасаҡ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: