Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
1 Август 2021, 11:36

«ЕҢЕҮ ПОЕЗЫ» - ӨФӨЛӘ!

Кисә, 31 июлдә Өфөгә беренсе тапҡыр  «Еңеү поезы» килде. Был тимер юл эшелонында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында күсмә күргәҙмә. Ул башҡалала 2 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.

«ЕҢЕҮ ПОЕЗЫ» - ӨФӨЛӘ!
«ЕҢЕҮ ПОЕЗЫ» - ӨФӨЛӘ!

Өфө тимер юлы вокзалында үткән беренсе экскурсияға күп кеше йыйылды.

Бында Бөйөк Ватан һуғышының төрлө этаптары эҙмә-эҙлекле бирелгән. Беренсе вагонда тыныс тормош, оҙатыусылар, тәҙрә аша баҫыуҙар күренә. Артабан – беренсе бомбаға тотоуҙар, снарядтар шартлауы, эвакуация, фронтҡа китеүҙәр, Ленинград....

Был экспозицияны Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына  кино һәм телевидение өсөн хәрби тематикалы декорациялар әҙерләүсе «Невский баталист» ижади оҫтаханаһында әҙерләйҙәр (етәксеһе Дмитрий Поштаренко). Видео һәм тауышты «Ҡыҙыл квадрат» медиатөркөмө эшләгән.

 «Еңеү поезы» – хәрәкәт итеүсе беренсе инсталляция, бында ҡасандыр булған хәл-ваҡиғаларҙың эсендә булыу тойғоһо ҡала. Күргәҙмәнең нигеҙендә машинист Лидия һөйләгән тарих, уның прототибы булған Елена Чухнюк фронт һыҙығына ҡоралдар һәм боеприпастар тейәлгән хәрби эшелондарҙы йөрөткән.

2021 йыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы, шуға ла авторҙар күргәҙмәнне совет ғалимдарының фәнни асыштары һәм ҡаҙаныштары менән тулыландырған. Экспозицияла 50-нән ашыу видеопроектор, 18 видеостена, 140-тан артыҡ мультимедия экраны.

Күргәҙмәгә инеү бушлай. Бының өсөн https://поездпобеды.рф сайтында теркәлергә генә кәрәк. Һеҙ күрһәткән электрон адресҡа саҡырыу билеты килә.

 «Еңеү поезы» Мәскәүҙән 2020 йылдың сентябрендә сыҡҡан, илдең 60-лап ҡалаһында 160 меңдән артығыраҡ кеше күргәҙмәне ҡараған.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, “Башинформ” мәғлүмәттәренән.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: