

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан уҡсыһы Матвей Потаповты һәм уның тренеры Анатолий Посаженниковты пуля менән атыу буйынса Донъя кубогында уңышлы сығыш яһауы менән ҡотланы. Белорет егете «Бәләкәй калибрлы винтовка, 50 м, өс положение» олимпия күнегеүендә өсөнсө булды, тип билдәләне Хәбиров.
- Матвейҙы Ҡытайҙан олимпия чемпионы Чанхун Чжан һәм Венгриянан күп тапҡыр донъя чемпионы Иштван Пени ғына уҙып китә ала. Донъя кубогы бронзаһынан Һуң Матвей Олимпия уйындарында ҡатнашыуға дәғүәсе була. Барыһы ла мотлаҡ килеп сыҡһын, - тип билдәләне республика Башлығы.
Сығанаҡ: "Башинформ"