Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль , 14:00

Башҡортостанда IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы Универсиадаһы старт алды

Башҡортостан Республикаһында ҡышҡы төп студенттар ярыштары — IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы Универсиадаһы старт алды. 16 февралдән 30 мартҡа тиклем илдең 70 юғары уҡыу йортонан 750 атлет иң көслөләр исеменә дәғүә итә. Турнир «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә, 2010 йылда һалынған традицияны дауам итә.

Башҡортостанда IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы Универсиадаһы старт алды
Башҡортостанда IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы Универсиадаһы старт алды

Ярышты беренсе булып биатлонсылар башланы. Дүрт көн дауамында юғары белем биреү ойошмаларының 17 командаһынан 70 спортсы (39 егет һәм 31 ҡыҙ) юниор ир-егеттәр араһында 10 һәм 15 км, юниор ҡатын-ҡыҙҙар араһында 7,5 һәм 12,5 км дистанцияларында миҙалдар өсөн уйнай. Башҡортостан республикаһы исеменән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары сығыш яһаны.

Шәхси зачетта М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары  ике наградаға лайыҡ булды: Данила Матерков — егеттәр араһында 10 километрға спринтта бронза; Анастасия Айгилдина — ҡыҙҙар араһында 7,5 километрға спринтер ярышында көмөш.

Биатлон буйынса дөйөм команда зачетында Алтай дәүләт педагогия университеты еңеү яулай. Икенсе урынды Смоленск дәүләт спорт университеты яуланы, ә өсөнсө урынды М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты командаһы алды.

"Башҡортостанда IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы Универсиадаһын уҙғарыу — республикабыҙ өсөн ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Студент спорты һәр ваҡыт ҙур спорт өсөн кадрҙар тимерлеге булды, һәм беҙ илдең 70 юғары уҡыу йортонан 750 талантлы атлетты ҡабул итеүебеҙгә шатбыҙ. Беҙҙең заманса спорт объекттары — Спорт һарайы, „Биатлон“ спорт-һауыҡтырыу комплексы, Глумилинолағы трассалар ҡатнашыусыларға максималь һөҙөмтәләр күрһәтергә мөмкинлек бирер, тип ышанам. Барлыҡ спортсыларға ла намыҫлы көрәш, сағыу еңеүҙәр һәм ҡунаҡсыл Өфөлә булыуҙан онотолмаҫлыҡ хистәр теләйем!",- тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер — министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов.

Автор:
Читайте нас