Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль , 15:15

Башҡортостан спортсылары «Туриады-2026»ның финал ҡышҡы этабында ҡатнаша

2026 йылдың 25 февраленән 2 мартына тиклем Ижевскиҙа «Туриада-2026» Волга буйы федераль округының 13-сө округ спорт-туристик лагерының ҡышҡы этабы старт ала. Был - саңғы дистанцияларында спорт туризмы буйынса Рәсәй беренселеге, уның һөҙөмтәләре «Туриада-2026» дөйөм команда зачетында иҫәпкә алынасаҡ. 

Ярыштарҙа Волга буйы федераль округы составына ингән 14 төбәктән 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.
 
Сара Рәсәй Президентының олга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров патронаты аҫтында «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә үтә. «Туриада» ла Башҡортостан Республикаһы командаһы исеменән 16 спортсы сығыш яһай.

Ярыштар программаһына түбәндәге дистанциялар инә:
26 февраль — «Саңғы — эстафета» (Кубок ПФО).
27 февраль — «Саңғы — шәхси» (Первенство России).
28 февраль — «Саңғы — ҡатнаш».
1 март — «Саңғы — төркөм».

«Был беҙҙең өсөн миҙгел буйына әҙерләнгән ҙур ваҡиға. Спортсылар ҙур эш башҡарҙы һәм хәҙер иң мөһиме — уларҙың бөтә һәләтен күрһәтеү һәм намыҫлы, матур көрәштән ләззәт алыу. Беҙ Ижевскиға еңеү өсөн генә көрәшергә барабыҙ», — тип билдәләне тренер Сергей Полюдов.
 
«Туриада» проекты округ төбәктәре йәштәрендә спорт туризмы менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү юлы менән сәләмәт йәшәү рәүеше һәм патриотизм ҡиммәттәрен формалаштырыу маҡсатында уҙғарыла. 2013 йылдан проект төбәк спорт-туристик слеттарында еңеүселәрҙе, туризм менән бәйле һөнәрҙәр буйынса уҡыған студенттарҙы, спорт туризмы буйынса профессиональ тренерҙарҙы, эксперттарҙы һәм ирекмәндәрҙе йыя.
 
Автор:
Читайте нас