- Мин күптән инде ошо көндө көтөп йәшәйем, барыһы ла шуға көйләнгән, бер нисә сәғәт тиерлек ҡалды. 100 процентҡа әҙер булыуымды һәм үҙемде тыйып тороуымды тоям, ҡайыштарымды сисеп, ярышҡа сығыуымды көтәм. Дәғүәсем дә көслө рухлы, аяуһыҙ. Беҙҙең шәхси мәлдәр барлыҡҡа килде, һәм улар еңеү менән хәл итеүҙе талап итә.
Был турнир индустрия фанаттары, көйәрмәндәр өсөн, Башҡортостаным өсөн – ҡул һуғышы театрын күрһәтәсәкмен. Әлбиттә, билдәле бер яуаплылыҡ тойола, әммә мин һәр ваҡыт турнирҙар менән етәкселек итәм, был юлы ла әҙер, – тип ышандырҙы Илнар Ишембаев.
Өфөлә PRIME FL турниры донъяның 6 иленән 22 спортсыны, шул иҫәптән Башҡортостандан 7 көрәшсене берләштерә.
Илнар Хантер Ишембаевтың шәхси архивынан фото