-9 °С
Ҡар
Беҙҙең республиканың спортсылары Силәбе өлкәһендә Шервуд кубогына уҡ атыу ярышында ҡатнашты.
Улар яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтты!
Спортсыларыбыҙ мәргәнлектәрен тағы бер иҫбатланы.
Батырхан Ғайсин беренсе урын яуланы! Афарин, ул әлегә бер ярышта ла һынатманы!
Икенсе урында Өфөнән Фәнис Хәйбуллин, дүртенсе - Рәис Низаметдинов!
Ярыштар 18 метрлыҡ дистанцияла үтте.
Тағы ла ҙур уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ!