Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Май 2025, 10:52

Ауырғазы районынан Батырхан тағы ла һынатманы!

.

Аурығазы районынан Батырхан тағы ла һынатманы!
Аурығазы районынан Батырхан тағы ла һынатманы!


Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында Көрәй батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу турниры үтте. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған ярышта республиканың төрлө район, ҡалаларынан 60-лап уҡсы ҡатнашҡан.
Унда "Көмбәҙ" тип аталған сәпкә 50 метр алыҫлыҡтан тейҙерергә кәрәк ине. Чемпион исеменә Күмертау, Баймаҡ, Сибай, Белорет, Ауырғазы, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла, Ейәнсура, Көйөргәҙе райондары, Силәбенән мәргәндәр ярышты.
Беҙҙең "Мәргән уҡсы" клубынан Батырхан Ғайсин да ситтә ҡалманы, ул ир-егеттәр араһында 3-сө урынды яуланы.
Афарин, Батырхан! Был инде уның миҙалдары араһына сираттағыһы өҫтәлде, тигән һүҙ.
Уңыштар артабан да юлдашбулһын!

Аурығазы районынан Батырхан тағы ла һынатманы!
Аурығазы районынан Батырхан тағы ла һынатманы!
Аурығазы районынан Батырхан тағы ла һынатманы!
Аурығазы районынан Батырхан тағы ла һынатманы!
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас