«Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһының тау саңғыһы буйынса ярыштар бында үтә. Унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ишетеү һәләте боҙолған кешеләр. Ләкин сәләмәтлектәре ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, тулы тормош алып баралар һәм спортҡа ғашиҡтар.
Төп саралар Өфө, Ишембай ҡалаларында һәм беҙҙең районда уҙа. Бөгөн Әбйәлилдә спортсылар тау саңғыһы буйынса ярыштарҙа үҙ-ара көс һынашты. Бәйгегә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән - Мәскәү, Ханты-Мансийск, Санкт-Петербург, Сахалин, Тамбов һәм башҡа яҡтарҙан йәмғеһе 16 спортсы килгән. Уларҙы Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының күмәк спорт бүлеге һәм Рәсәй һаңғырауҙар спорт Федерацияһы белгесе Артем Маслов, “Юбилейный” ял итеү үҙәгенең сауҙа идаралығы начальнигы Наталья Кунгуцева сәләмләне.
- Әбйәлилдәр тау саңғыһы спорты төрөн үҫтереүгә һәр саҡ ыңғай ҡарашта. Мин бөгөн бөтә ил буйынса спортсыларҙың үҙ оҫталыҡтарын һәм ныҡышмалылығын күрһәтеү өсөн тап беҙҙең төбәктә йыйылыуының тарихи мәленә шаһит булыуыма шатмын. Һәр берегеҙ тырышлығығыҙ һәм хеҙмәтегеҙ өсөн лайыҡлы наградалар алһын, ҡыуанып ҡайтһын, - тине үҙенең сығышында Вадим Фәнил улы.
Бәйгеселәр араһында яҡташыбыҙ, Рысҡужа ауылы егете Зөлфир Зәйнуллин да бар.
- Үҙемдең районымда булыуыма бик шатмын. Күп иптәштәрем минең шундай хозур тәбиғәтле ерҙә тыуыуыма көнләшеп ҡарайҙар. Был трасса минең өсөн генә түгел, күптәребеҙ өсөн таныш, сөнки беҙ был саңғы үҙәгендә күп йылдар төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡаныбыҙ бар. Яҡташтарымдың мине дәртләндереп тороуҙары миңә тағы ла ҡанаттар өҫтәй, - ти ул.
Галина Кудашкинаға 18 йәш, ул 10 йәшенән бирле шөғөлләнә. 2016 йылда Рәсәй йыйылма командаһына инә. Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнһә лә, тырыш ҡыҙ юғалып ҡалмай. Галина һаулыҡ мөмкинлектәре сиктәрендә үткәрелгән төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, Ижевскиҙа ул икенсе урынды ала, ә Абҙаҡта беренсе урынға лайыҡ була.
-Һеҙҙең яҡтарҙа мин дүртенсе тапҡыр. Бигерәк тә Урал аръяғының хозур тәбиғәте, бейек тауҙары һоҡландыра. Беренсе тапҡыр булмағанға күрә, трасса ла таныш. Һәр ваҡыттағыса еңеүгә өмөтләнәм, - тине Галина ярыш алдынан.
Спортсыларҙың тренеры булған Олег Иванов менән дә әңгәмәләштек. "Ярышта ҡатнашыусыларҙың бөтәһенең дә лайыҡлы сығыш яһағыһы килә. Улар араһында айырып әйткәндә, Зөлфир Зәйнуллинды һәм Ангелина Хамицевичты билдәләргә мөмкин. Зөлфир талантлы ғына түгел, яуаплы спортсы һанала. Уның тырышлығы, һис һүҙһеҙ, уны киләсәктә Халыҡ-ара кимәлгә алып сығасаҡ. Ә Ангелина ошо уҡ ерлектә үткәрелгән Суролимпиадала лайыҡлы сығыш яһағайны, бөгөн дә уға өмөтөм ҙур".
Спартакиада бөгөн старт алды.