Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
9 Февраль , 11:58

Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте

Шәмбе көн ауылдың һабантуй үткәрелгән яланына ярышты ҡарарға Әлшәй,Ишембай,Архангель райондарынан ат спортын яратыусылар йыйылды.

Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте

Ярышты Төрөмбәттең "Ылаҡ" командаһы капитаны Вилнур Ғәлимов башланғысы менән ойошторҙолар. Был район-ара дуҫтарса осрашыу булды. Уларҙың маҡсаты – көслө йыйылма команда төҙөү һәм төрлө райондарҙағы ярыштарҙа ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһау. "Раевканан Илмир исемле егетебеҙ бар. Яҡшы уйынсы, ул күнекмәләрҙе тиҙ үҙләштереп, төшөнөп алды, беҙҙең менән Торатауға ла барҙы. Инде өсөнсө ат өйрәтә", – ти команда капитаны Вилнур.

Мораҙым, Раевка, Төрөмбәт ауылы егеттәре ике командаға бүленеп уйнаны. Вилнур Ғәлимов командаһы яҡшы айырма менән еңеүсе булды.

Төрөмбәт ауыл хакимиәте башлығы Юлай Ҡотлоюлов һәр яҡлап - ойоштороу эштәрендә лә, ҡатнашыусыларға эҫе сәй әҙерләүҙә лә - ярҙам күрһәтте. 

Егеттәргә алда ла уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ!

Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Төрөмбәттә "Ылаҡ" уйыны үтте
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: