Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль , 11:07

Олег Иванов «Беҙ бергә. Спорт» ҡышҡы спартакиадаһы тураһында һөйләне

6 февралдән 16-на тиклем Башҡортостанда һаңғырауҙар араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса инвалидтарҙың Һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең I Бөтә Рәсәй спартакиадаһы үтәсәк.

Олег Иванов «Беҙ бергә. Спорт» ҡышҡы спартакиадаһы тураһында һөйләне
Олег Иванов «Беҙ бергә. Спорт» ҡышҡы спартакиадаһы тураһында һөйләне

Мөһим ваҡиғаға тиклем һанаулы көндәр ҡалды. «Молодежная газета» корреспонденты Башҡортостан буйынса Һаңғырауҙар спорты федерацияһы рәйесе Олег Ивановҡа бер нисә һорау бирҙе.

- Олег Геннадьевич, ишетеү һәләте насар булғандар араһында ҡышҡы спорт төрҙәре I Бөтә Рәсәй спартакиадаһы Башҡортостанда илдең төрлө төбәктәренән меңгә яҡын алдынғы спортсыны һәм команданы йыясағы билдәле. Башҡортостан һәм уның тәрбиәләнеүселәре был мөһим ваҡиғаға нисек әҙерләнә?

- 2025 йылдың ғинуарына ҡарата Башҡортостанда һаңғырауҙар спортының ҡышҡы дисциплиналарынан тау саңғыһы спорты, керлинг, шахмат һәм саңғы ярыштары кеүек спорт төрҙәре бар. Әлеге ваҡытта республиканың Спорт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының «Адаптив спорт үҙәге» спорт мәктәбе ярҙамында төбәктең алдынғы тау саңғысылары әҙерлек өсөн идеаль шарттар булдырылған «Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты битләүҙәрендә әҙерләнә. Керлинг буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары Семен Елистратов исемендәге шорт-трек үҙәгенең боҙҙарында әҙерлек үткәрә. Йәш саңғысылар «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы трассаларында старттарға әҙерләнә, Ә Рәсәй чемпионы-2024 Шәйәхмәтов Линат етәкселегендәге шахматсылар Өфөнөң һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто базаһында әҙерлек үтә.

- Башҡортостанда һаңғырауҙар өсөн ниндәй спорт төрҙәре яҡшыраҡ үҫешкән? Бөгөнгө көндә беҙҙең спортсыларҙың ҡайһыһын лидер тип атарға мөмкин?

 - Тау саңғыһы спорты – Башҡортостанда һаңғырауҙар спортының һис шикһеҙ лидеры булып тора. Республика исеменән тау саңғыһы спортында лидерҙар, спорт мастеры Зөлфир Зәйнуллин һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры Агелина Хамицевич етәкселегендә Рәсәй йыйылмаһының алты ағзаһы сығыш яһай. Шахматсыларҙың лидеры - спорт мастеры, классик шахмат һәм блиц буйынса бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы Линат Шәйәхмәтов. Керлинг - йәш спорт төрө һәм беҙҙең федерация уны мөмкинлектәренә ҡарап үҫтерергә тырыша.

- Спартакиадала тамашасыларҙы ниндәй ҡыҙыҡлы нәмәләр көтә?

- Спартакиада программаһына шайбалы хоккей, футзал, «Олимпик-парк» тау саңғыһы үҙәгендә сноуборд, «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгендә уҙасаҡ тау саңғыһы спорты, Ишембайҙа керлинг, саңғы ярыштары һәм шахмат кеүек дисциплиналар инә.

- Олег Геннадьевич, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн спорт ни тиклем мөһим?

- Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тормошта спорт мөһим урын биләй һәм үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү, мөмкинлектәреңде асып, уларҙы максималь тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә. Был һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр сәләмәт кешеләр янында үҙҙәрен уларға тиң итеп тойоу мөмкинлеге биргән өлкәләрҙең береһе.

- Һеҙ спортҡа нисек килдегеҙ? Башҡортостан Һаңғырауҙар спорты федерацияһы рәйесе вазифаһындағы эшегеҙ тураһында әҙерәк һөйләп үтегеҙ.

 

- Спортҡа һөйөүем Өфөнөң насар ишетеүсе балалар өсөн 30-сы мәктәп-интернатында уҡыған сағымда уҡ барлыҡҡа килде. Асылда, ул ваҡытта спорт беҙҙең кластан тыш буш ваҡытта берҙән-бер күңел асыу сараһы булды. Әлеге ваҡытта тау саңғыһы спорты буйынса тренермын, һаңғырауҙар спортының был дисциплинаһында Рәсәйҙең өлкән тренеры булып торам. Федерация рәйесенең эшен үҙ көсөмә һәм мөмкинлектәремә ҡарап, йәмәғәт башланғысында ғына башҡарам. Әлеге ваҡытта республиканың һаңғырауҙар спортының төп дисциплиналары булып тау саңғыһы спорты, дзюдо, еңел атлетика, бадминтон, йөҙөү тора. Был дисциплиналарҙан тыш, спорт ориентирлашыуы, керлинг, каратэ, пуля менән атыу, шахмат, шашка, саңғы ярыштары, самбо, тхэквондо кеүек спорт төрҙәрен үҫтерәбеҙ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: