Сәмле ярыштарҙы ҡарарға биш меңгә яҡын тамашасы йыйылды. Улар ат сабыштарын һәм атлы-саналы экипаждар заезын, «Ылаҡ» ат спорты ярышын, һыбайлы килеш уҡтан атыу буйынса ярыштарҙыкүҙәтте. Шулай уҡ аттар парады, йәрминкә, концерт ойошторолдо.
🏇Беҙҙең Ауырғазы йыйылма командаһы «Ылаҡ» милли уйынында район данын лайыҡлы яҡланы.
🏆Ә инде 8400 метр оҙонлоғо дистанцияһында ат сабышында яҡташыбыҙ Денис Федоров аты Монгол менән еңеү яуланы һәм төп бүләк - 20 меңлек сертификатҡа эйә булды. Денис быға тиклем дә төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәре менән билдәле.
Денисты еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
««Торатауҙа ат сабыштары» матур бер йолаға әүерелер, тағы ла күберәк кешеләрҙе йыйыр тип ышанам. Республикала ваҡиғалы туризм әүҙем үҫешә, был дөрөҫ һәм яҡшы», - тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.