+1 °С
Болотло
6 ғинуарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындатрадицион уҡтан атыу буйынса турнир үтте. Ул махсус хәрби операция батырҙарына арналды. Унда төрлө райондарҙан 50-гә яҡын уҡсы ҡатнашты. Сибай, Баймаҡ, Мәләүез ҡалалары, Бөрйән,Белорет, Учалы, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил райондары араһында Ауырғазынан да спортсылар бар ине.
Беҙҙең райондың һынатмаҫ спортсыһы, 14 йәшлек Батырхан Ғайсин ир-ат профессионалдар араһында беренсе урынды яуланы.
Уның тренеры Фәим Ғайсин турнирҙы юғары кимәлдә ойоштороусыларға, "Мәргән уҡсы" командаһына ҙур рәхмәтен белдерә.