Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Сентябрь , 21:15

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» Ауырғазы районында йәшәй

Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының спорт залында балалар йүгерә, һикерә, тын алыу гимнастикаһы эшләй, келәмдә тәкмәс ата. Командалар яңғырай: «Һикерәбеҙ!», «Эйеләбеҙ!», «Һулыш алабыҙ! Сығарабыҙ!». Был көрәшселәрҙең кесе төркөмө төп күнекмәләр алдынан төрлө күнегеүҙәр яһай, сөнки физик сифаттар комплекста үҫешә. 

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры»  Ауырғазы районында йәшәй
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» Ауырғазы районында йәшәй

Уларҙың тренер - уҡытыусыһы Булат Ильясов. Хәҙер ул дүрт төркөмдә 50-гә яҡын малайҙы һәм егетте көрәшкә өйрәтә. Эшләгән йылдарында төрлө кимәлдәге күп чемпиондар үҫтерә. Уның ҡаҙаныштары юғары наградалар менән билдәләнә. 2022 йылда Булат Мирғәли улына «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» исеме бирелә. Августа уның бүләктәр тупланмаһын юғары ведомство наградаһы - «Башҡортостан Республикаһында спортты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн»Почет билдәһе тулыландырҙы.

- 4-5 кластарҙа был спорт төрө менән мауыға башланым. Төрөмбәт ауылы мәктәбендә ул саҡта бик көслө физкультура уҡытыусылары Әхмәт Заһитов һәм Вәкил Ғилметдинов булды. Әхмәт Миҙхәт улы милли көрәш буйынса түңәрәктәр алып барҙы. Спорт залында урын етмәй, күп егеттәр шөғөлләнә ине. Беҙҙең мәктәптә Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың күп кенә билдәле чемпиондары, мәҫәлән, донъя чемпиондары Вәкил Һәм Юнир Ильясовтарҙың спорт әҙерлеге үтеүе барыһына ла билдәле. Ваҡыт үтеү менән спорт тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшө булып китте. Беренсе еңеүҙе, әлбиттә, мәктәп ярыштарында яуланым. Һуңынан район һабантуйҙары, республика ярыштары. 2010 йылдан балалар менән шөғөлләнәм, 2017 йылдан Төрөмбәт ауылында ғына түгел, Түрһәгәҙелә лә түңәрәктәр алып барам, Ә Талбазы башҡорт гимназияһында ике йәш төркөмө. Самбо буйынса төркөм бар, ҡайһы бер тәрбиәләнеүселәр унда ла йөрөй. Ваҡыт үтеү менән, күңеленә яҡын булғанын һайлайҙар. Самбо көрәшкә бик ярҙам итә, ул хәрәкәтсән спорт төрө, меңдән ашыу алымдары бар, - ти Булат Мирғәле улы.

Һуңғы дүрт йылда тренер тәрбиәләнеүселәре араһында Искәндәр Һәм Нурислам Сатлыҡовтар, Элвир Иҙрисов (Түрһәгәҙе ауылы) икешәр тапҡыр, Байрас Назаров (Төрөмбәтауылы) бер тапҡыр Рәсәй Беренселеге призерҙарыбулды. Өс Рәсәй чемпионы үҫеп сыҡты: Түрһәгәҙенән Эльвир Иҙрисов, Төрөмбәттән Арыҫлан Исхаҡов, Усман ауылынан Ленар Ғәлимов. Был бик яҡшы һөҙөмтә. Иң яҡшы көрәшселәр Өфөлә Көрәш һарайын асыу тантанаһында ҡатнашҡан. Матди стимул да бар - еңеүселәр стипендия ала.

Булат Ильясов фекеренсә, спорт менән шөғөлләнеү - ул үҙеңде табыу, ярышыу рухын тойоу ысулы. Балалар төрлө аудиторияға, төрлө кимәлдәргә күнегеп китһен өсөн, һәр ерҙә ҡатнашырға тырышалар. Балаларҙың урамда эшһеҙ йөрөмәүе яҡшы. Гимназияның спорт залына хатта балалар баҡсаһынан да киләләр. Барыһы ла, әлбиттә, интенсив күнекмәләргә сыҙамай. Һәр төркөмдән иң яҡшылары бер-ике генә була. Эстетик яғы ла бар: көрәш менән шөғөлләнеүселәрҙең кәүҙәләре төҙ, һығылмалылығы бик яҡшы. Был спорт төрө ихтыяр көсөн һәм характерҙы тәрбиәләй, көс һәм сыҙамлылыҡты үҫтерә. Әйтеп үтергә кәрә, район хакимиәте  спортсыларға ярҙам итеп тора. Был, әлбиттә, һөйөндөрә.

- Тренерым Булат Мирғәле улын иң яҡшыһы, тип иҫәпләйем. Бөгөнгө көнгә булған барлыҡ уңыштарым менән уға рәхмәтлемен. Спортҡа һөйөү тәрбиәләне. Ул беҙҙе берҙәм команда булырға, ныҡышмалы, тырыш, ҡуйылған маҡсатҡа ирешә белергә өйрәтте.
Рәсәй чемпионы Элвир Иҙрисов
Рәсәй чемпионы Элвир Иҙрисов
«Баш ҡалабыҙҙың юбилейына беҙ донъя кимәлендәге объект - Көрәш һарайы төҙөнөк. Яҡын арала Фехтование үҙәген һәм ишкәкле слалом комплексын тамамлайбыҙ. Был объекттарҙың барыһы ла быйыл октябрҙә үткәреләсәк «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Дөйөм алғанда, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Ә беҙҙең спортсылар, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә». (Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына инеү тантанаһында Р.Хәбировтың телмәренән).
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры»  Ауырғазы районында йәшәй
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры»  Ауырғазы районында йәшәй
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры»  Ауырғазы районында йәшәй
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры»  Ауырғазы районында йәшәй
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры»  Ауырғазы районында йәшәй
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» Ауырғазы районында йәшәй
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: