Сара мәктәптең спорт залында үтте. Теҙелеү район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса баш белгесе Илдус Хисәметдиновтың сәләмләүе менән башланды. Райондың ветерандар Советы рәйесе Риф Рафиҡов та килде..ул өлкән быуын кешеләрен әүҙем йәшәү рәүешенә йәлеп итеү буйынса эш алып бара. Тестлау үҙәге администраторы Алеся Богданова алдағы һынауҙар барышы хаҡында һөйләне. Физкультура уҡытыусыһы Владимир Федоров үткәргән динамик күнекмә ҡатнашыусыларҙы эш рәүешенә көйләне.
Стандарт күнегеүҙәр: урындан оҙонлоҡҡа һикереү, гимнастика эскәмйәһендә тура аяҡтары менән тороп алға эйелеү, иҙәндә ятып ҡулдарҙы бөгөү/яҙыу, кәүҙәне арҡала ятҡан ерҙән күтәреү. Күрше Атйетәр ауылынан үҙенең физик мөмкинлектәрен тикшерергә Фәүзиә Опанасенко килде. Уның 64 йәшлек ире Григорий ҡулына ҡорал тотоп, махсус хәрби операция зонаһында тыныслыҡты яҡлауҙа тора. Оло йәштәге яугир «Олатай» исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә. Бына инде бер йыл ул неофашистар менән һуғыша, ҡасандыр уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы атаһы Берлинға тиклем барып еткән.
Ирем-ысын патриот, был уның ҡанында. Мин уны тота алманым. Оло йәштә булыуына һәм беҙҙең өгөтләүҙәргә ҡарамаҫтан, фронтҡа китте. Ул оҙаҡ ваҡыт үҙен ирекмәндәр сафына ҡабул итеүҙәрен талап итте. Ирем батырлыҡ һәм патриотизм күрһәтеп, йәштәр өсөн өлгө булып тора. Бөгөн мин балалар өсөн өлгө булырға ҡарар иттем. Сөнки спорт төрлө йәштәге кешеләр өсөн мөһим, ул һаулыҡ һәм йәшлек сығанағы. «Хеҙмәт һәм оборона өсөн әҙер» – ул спорт комплексы ғына түгел. Ул йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, сөнки программаның маҡсаттарының береһе – уларҙы Ватанды һаҡлауға әҙерләү, – ти Фәүзиә Минзаһир ҡыҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Хеҙмәт һәм оборона өсөн әҙер» спорт комплексын үҫтерергә, уны индереү өлкәһендә эште көсәйтергә, спорт һөҙөмтәләрен күтәрергә кәрәклеген билдәләне.Йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Пенсионерҙарға ла ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, Башҡортостанда«Хеҙмәт һәм оборона өсөн әҙер» комплексы нормаларын үтәгән 60 йәштән өлкән граждандар физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт ойошмаларына бушлай йөрөү өсөн 10 000 һумлыҡ сертификаттар ала. 2023 йылда сертификаттарҙы 1 411 кеше алған.