Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Август , 23:46

Тренер билбау көрәше буйынса чемпиондар әҙерләй

Ауырғазынан Илдус Нәҙершин «Башҡортостан республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» почет билдәһе менән билдәләнде.

Тренер билбау көрәше буйынса чемпиондар әҙерләй
Тренер билбау көрәше буйынса чемпиондар әҙерләй
«Тренер беҙҙе физик яҡтан көслө, етеҙ спортсылар ғына итмәй. Был кеше үҙенең уҡыусыларына бөтә көсөн һала, беҙҙән ысын кешеләрҙе тәрбиәләй. Абруйлы чемпионаттарҙа еңеүгә өлгәшкән спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы дәртләндереү өсөн беҙ махсус дәүләт стипендиялары булдырҙыҡ. „Ауыл тренеры“ программаһы буйынса түләүҙәр 600 меңдән 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Киләһе этап-олимпия резервы училищеһын асыу, унда чемпиондарҙың яңы быуынын үҫтерәсәкбеҙ», - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә.

 

  • Абруйлы чемпионаттарҙа еңеүгә өлгәшкән спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы дәртләндереү өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән республикала махсус дәүләт стипендиялары булдырылды. Хәҙер уларҙы 73 спортсы һәм тренер ала.

Ауырғазы районынан Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбенең билбау көрәше һәм ирекле көрәш буйынса тренер-уҡытыусыһы Илдус Нәҙершин күптән түгел «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре»почет билдәһе менән бүләкләнде. Уның дөйөм эш стажы 40 йылға яҡынлаша. Биш йыл элек ул «Республиканың иң яҡшы тренеры»исемен алды.

Нәҙершин көрәш уның бала саҡтан алып тормошоноң бер өлөшө булыуын һөйләне. Ул һабантуйҙарҙа абруйлы урындар алған өлкән иптәштәре менән илһамлана. Көрәш буйынса секция булған Стәрлетамаҡ совхоз-техникумында уҡығандан һуң, ул армияла хеҙмәт итә һәм спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә. 1987 йылда уны тыуған ауылына производствоға өйрәтеү мастеры булып эшкә саҡыралар.

Нәҙершиндың төрлө йәштәге 50-гә яҡын уҡыусыһы бар. Уларҙың күбеһе спорт мастерлығына кандидат исемен алған. Уның уҡыусыларының береһе, Олеся Семенова, ике йыл инде Өфөлә шөғөлләнә һәм Рәсәй йыйылма командаһында тора.

Илдус Йәғәфәр улы, тәрбиәләнеүселәре араһында тырыш балалар күп, һәм спорт популярлыҡ яулай, тип билдәләне. Ул шулай уҡ район үҙәгендә көрәш өсөн махсус зал барлыҡҡа килеүенә өмөт белдерҙе.

Тренер Өфөлә уникаль Көрәш һарайы төҙөлөшөн иғтибар менән күҙәтә һәм балаларға унда бушлай күнекмәләр үткәреү мөмкинлеге бирелер, тип өмөтләнә.

Билбау көрәше буйынса төрлө кимәлдәге ярыштар чемпионы, спорт мастеры Олеся Семенова: Мин Илдус Йәғәфәр улына осраҡлы эләктем, тиһәм дә була, әммә уның ярҙамы һәм тырыш күнекмәләре арҡаһында ҙур һөҙөмтәләргә өлгәштем. Хәҙер мин Башҡортостандың Һәм Рәсәйҙең иң яҡшы көрәшселәре менән шөғөлләнәм, спорт мастеры нормативын үтәнем. Артабан барырға, юниорҙар лигаһынан өлкәндәр лигаһына күсергә һәм тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә теләйем. Беренсе тренерыма тәүге аҙымдарымды еңел яһағаным, көрәш менән шул тиклем мауыҡтырыуы өсөн рәхмәт белдерәм.
Тренер билбау көрәше буйынса чемпиондар әҙерләй
Тренер билбау көрәше буйынса чемпиондар әҙерләй
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: