Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Август , 16:31

Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте

Ғ.Ибраһимов исемендәге балалар-һауыҡтырыу лагерында өсөнсө сменала ял итеүселәр «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтары буйынса һынау үтте.

Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте
Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте
Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәләрҙең береһендә төбәк башлығы Радий Хәбиров республикала ГТО спорт комплексын үҫтереү кәрәклеген, уны индереү өлкәһендә эште әъҙемләштерергә, тип билдәләне.  - Эшләргә һәм спорт һөҙөмтәләрен күтәрергә кәрәк, - тине төбәк етәксеһе.

Беҙҙең республикала ГТО комплексы уңышлы тормошҡа ашырыла һәм йәштәрҙә спортҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙә роль уйнай.

Комплекс үҙ эсенәфизик әҙерлектең төрлө нормативтарын ала, алтын, көмөш, бронза билдә алыу өсөн уларҙы үтәү талап ителә. Бынан тыш, Башҡортостанда ГТО комплексын тормошҡа ашырыу граждандарҙы патриотик тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итә. Программаның бер бурыстарының береһе - Тыуған илде һаҡларға әҙерләү. Был комплексты тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан 2023 йылда 15-се урын (2022 йылда – 19-сы урын)алды.

Ауырғазылар спорт комплексы нормативтарын тапшырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Үткән йылдан алып Тест үткәреү үҙәге хеҙмәткәрҙәреауыл биләмәләренә барыуҙы ойошторҙо. район үҙәгенә бара алмағандар ҙа хәҙер спорт сараларында ҡатнаша ала. Бөтә йәштәгеләр – уҡыусылар ҙа, хаҡлы ялдағылар ҙа – мәктәптәрҙең спорт залына йыйыла. Был юлы ГТО комплексын үткәреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре Ғ.Ибраһимов исемендәге балалар өсөн ял-һауыҡтырыу лагерына барҙы.

Сараның төп бурысы – һаулыҡты нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, балаларҙы мәҙәниәткә һәм спортҡа йәлеп итеү.

Комплекс нормативын тапшырыу быйылғы тапҡыр һуңғы, өсөнсө сменаның тамамланыу көнөнә тура килде. Әлегә лагерҙа  8 йәштән 15 йәшкә тиклем 24 уҡыусы ҡалған(смена башында 41). Бында Ауырғазы районынан ғына түгел, Ғафури районынан, Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Мәләүездән дә балалар ял итә. Күптәр үҙ мәктәптәрендә тест үткәндәр, улар лагерҙағыһын түҙемһеҙлек менән көтөп алды.

 Сара төҙөлөш һәм разминканан башланды. Балалар стандарт нормативтарҙы тапшырҙы:

  • урындан оҙонлоҡҡа һикереү,
  • гимнастика эскәмйәһендә тура тороп алға эйелеү,
  • иҙәндә ятҡан килеш ҡулдарҙы бөгөү/яҙыу.

Балалар спорт сараһына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Ярышыу рухы һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеү теләге һиҙелә. Вожатыйҙар ҙа ситтә ҡалмай, улар тәрбиәләнеүселәре менән бергә күнегеүҙәр башҡара, шулай итеп уларға лайыҡлы өлгө күрһәтә. Мәҫәлән, Миәкә районынан Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Миләүшә Рәхмәтуллина мәктәп йылдарында алтын билдә алған һәм йәнә үҙенең физик мөмкинлектәрен һынап ҡараны. Сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын лагерь директоры Рамаҙан Мөхәмәтшин билдәләне:

- ГТО ВФСК-ның район Тест үҙәге хеҙмәткәрҙәре беҙгә тәүге тапҡыр килде. Был яҡшы йолаға әүерелер тип ышанабыҙ. Беҙ бында ГТО комплексын тапшырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге булмаған райондың алыҫ мөйөштәренән йыйылған балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын күрҙек. Комплекс ярҙамында балалар үҙҙәренең физик һәләттәрен белә, уларҙа ярышыу рухы һәм камиллашыу теләге уяна.

 

#ГТО #ВФСКГТО #ЦСПМустафина #РегиональныйоператорГТО #Центртестирования #Готовктрудуиобороне #ВФСКГТО

Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте
Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте
Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте
Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте
Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте
Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте
Ауырғазы районының балалар лагерында ГТО тапшырыу көнө үтте
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: